Йәмғиәт
31 Июль 2022, 07:00

Яңы бешкән икмәк еҫе...

Ишембай районы Алаҡай ауылында йәшәгән  Сәлимә Герасименконан бер нисә кәңәш

Яңы бешкән икмәк еҫе...Яңы бешкән икмәк еҫе...
Яңы бешкән икмәк еҫе...

Элек икмәк һалыу һәр йортта ғәҙәти күренеш булһа, хәҙер күптәребеҙ рәхәткә өйрәнде, магазиндан һатып алыуҙы хуп күрә. Ә бына Ишембай районы Алаҡай ауылында йәшәүсе  Сәлимә Герасименко яуаплы  эштә эшләһә лә, ваҡыты нисек кенә тығыҙ булмаһын, икмәк һалыуға ваҡыт таба. Хәҙер инде өс-дүрт йыл магазин икмәген бик  һирәк ала.

  • Ни өсөн икмәк һала башланым? Сөнки бала саҡта әсәйем һәр ваҡыт мейестә икмәк бешерә ине, бер һалғанда  - дүрт таба! Яңы ғына бешкән икмәктең тәме, уның еҫе әле лә онотолмаған. Беҙ, балалары, икмәк бешкәнен көтөп алып, мейестән сығыу менән уны киҫеп, ҡаймаҡ һылап, аласыҡта сәй эсә торғайныҡ, - тип һөйләп алып китте ул.

Ана шул, бала саҡтағы икмәк тәмен һағынып, һуңғы йылдарҙа үҙе лә  һала башлай Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы. Күршелә генә икмәк бешереү, сүпрә (ҡомалаҡ әсеткеһе) эшләү оҫтаһы Рәбиғә Иҫәнғолованың йәшәүе лә хыялын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Әсетке өсөн ҡомалаҡ йыйып киптереү кеүек серҙәргә лә өйрәтә ул.

  • Кистән икмәк башы яһайым. Бының өсөн сама менән 600 грамм тирәһе он алам, шуға 3-4 аш ҡалағы сөпрә, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 литр һыу һалып бутап төнгөлөккә ултыртып ҡуям. Иртәнсәк 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, өймәй генә 1 аш ҡалағы тоҙ өҫтәп, он ҡушып, ҡулға йәбешмәҫлек итеп баҫам. Төшкә  ҡабара, аҙаҡ формаларға бүлеп һалам да, тағы ла ҡабарғанын көтәм, шунан духовкаға ҡуям. Ғәҙәттә, икмәкте ике табаға етерлек итәм. Балалар ҡайтҡанда, күмәкләп ашайбыҙ. Тормош иптәшем менән өйҙә икәү генә булғанда  бер икмәкте  яңғыҙ инәйҙәргә, таныштарға күстәнәс итеп бирәм. Икмәк һалғанда тағы ла бер ысулды ҡулланам - сүпрә урынына, әсетке итеп электән һыуытҡыста ҡалдырған  ҡамырҙы файҙаланам, -тип һөйләне Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.    

Үҙең бешергән икмәк тәмле генә түгел, әсеткеһенә тиклем тәбиғи ҙә! Сәлимә Герасименконың киләсәктә икмәкте мейестә һалыу ниәте лә бар. Бының өсөн аласыҡта махсус рәүештә мейес ҡороп та ҡуйғандар.

Фото: Сәлимә Герасименконың шәхси архивынан.

  •  
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас