

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә яңы кадр тәғәйенләнеше тураһында иғлан итте. Алан Марзаев – Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде. Ул республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары эшмәкәрлеге өсөн яуаплы буласаҡ.
– Алан Викторовичтың кешелеклелек, профессиональ һәм эшлекле сифаттарын яҡшы беләм. Рәиф Рамаҙан улы Әбдрәхимовтың был вазифала бик һөҙөмтәле эшләүен иҫәпкә алып, һеҙгә кәңәшләшергә, унан өйрәнергә кәрәк. Бөгөндән үҙегеҙҙең хеҙмәт бурыстарығыҙҙы башҡара башлағыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Эш күләме арта: Төҙөлөш министрлығы һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы – ике структура, улар үҙ-ара бәйләнештә эшләргә тейеш. Һеҙ ошо яуаплы йөктө һөҙөмтәле тартырһығыҙ, тип ышанам.
Ошоға тиклем был өлкәгә Рәиф Әбдрәхимов яуаплы ине. Бөгөн Радий Хәбиров уны “Башспирт” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәғәйенләргә тәҡдим итте.
– “Башспирт” – республиканың ҙур компанияһы, мөһим һалым түләүселәрҙең береһе, унда бер нисә мең кеше эшләй. Предприятиены күтәреү, етештереү күләмен арттырыу өсөн беҙгә көслө етәксе тәғәйенләргә кәрәк ине. Рәиф Рамаҙан улы Әбдрәхимовты генераль директор итеп тәғәйенләргә ҡарар иттем. Ул - яуаплы, киң фекер йөрөткән, ҙур эш тәжрибәһенә эйә кеше. Беҙ уның менән оҙаҡ ваҡыт бергә эшләйбеҙ. Коллегалары уға ярҙам итергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы уға алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл иткәне, башҡа ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләне.
Фото: region15.ru