Йәмғиәт
1 Августа 2022, 09:00

Үлгәндән һуң бүләкләнделәр

Украиналағы хәрби операция барышында батырлыҡ күрһәткән ике егеттең ата-әсәһенә - Рәсәй Геройы наградаһы, тағы дүртәүһенекенә Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды.  

Үлгәндән һуң бүләкләнделәрҮлгәндән һуң бүләкләнделәр
Үлгәндән һуң бүләкләнделәр

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күңелдә ауыр хистәр ҙә, ғорурлыҡ та уятҡан яңылыҡ еткерҙе. Ике яҡташыбыҙ – Өфө егете Максим Серафимов менән Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамовҡа махсус операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Президенты Указына ярашлы үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.

“Әле бик ауыр сара булды. Беҙ ошо егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәсәй Геройы йондоҙҙарын тапшырҙыҡ. Уларҙың ата-әсәһе иҫән. Ошондай балаларҙың булыуы менән ғорурланабыҙ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Шулай уҡ Башҡортостанда тыуып үҫкән тағы дүрт яҡташыбыҙ үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булды. Улар – Өфөнән Альберт Аллағолов менән Владимир Кельдин, Сибайҙан Егор Ефимов, Ҡырмыҫҡалы районынан Марсель Ҡурманалин.

"Улар ҙа шундай уҡ йәш егеттәр”, – тип өҫтәне Радий Хәбиров, үлгәндән һуң бүләкләнгән яугирҙәр исемлеген уҡып. Башлыҡ белдереүенсә, күптәренең балалары, ауырлы ҡатындары ҡалған. Республика уларҙың һәр береһенә ярҙам итәсәк.

Фото: culture.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас