

Рәсәй биләмәһендә ҡайһы бер сайттарҙы блокировкалау VPN махсус сервистарын йыш ҡулланыу сәбәбенә әүерелде. Ләкин эксперттар билдәләүенсә, VPN шәхси мәғлүмәттәрҙең ситкә китеүенең сәбәбе булыуы мөмкин. Был сервистар аша мутлашыусылар банк ҡушымталарына, электрон почтаға, паролдәргә, фотографияларға һәм видеоларға инеү мөмкинлеге ала.
Блогосферала рәсәйҙәрҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе урлауҙары тураһында яҙмалары күренә, уларҙың барыһы ла VPN сервисы менән файҙаланған. Мәскәүҙән Алина Демина социаль селтәрҙә уның фотоларын алған билдәһеҙ ир тарафынан янауға дусар булыуын әйтте. Демина фаразлауынса, мәғлүмәттәрҙең ситкә китеүе Instagram* -ға (Meta компанияһы экстремистик ойошма тип танылған) инеү өсөн VPN–сервисын ҡулланыуы сәбәпсе була. Ә Марина Смирнова үҙенең әсәһе менән булған хәлде бәйән итте: VPN ҡуйғандан һуң хакерҙар тарафынан уның банк аккауттарын боҙалар. Билдәһеҙҙәр пенсионерҙың иҫәбенән 600 мең һумдан ашыу аҡса урлай.
Киберхәүефһеҙлек буйынса эсперттар интернет-мутлашыусыларҙың эшен кеҫә бурҙары менән сағыштыра. Кешеләр VPN менән йышыраҡ файҙаланған һайын, шәхси мәғлүмәттәрҙе алыуы ла еңелерәк. Бынан тыш Рәсәйҙә һанлы мәҙәниәт кимәле лә түбән – күп юзерҙар төрлө аккаунттарға бер үк паролде файҙалана. Был енәйәтселәргә эште күпкә ябайлаштыра.
Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә ҡарарҙар әҙерләүгә махсуслашҡан Рәсәйҙең Positive Technologies компанияһы белгестәре бының менән килешә. Быйыл тәүге квартал отчетында улар VPN сервистары клиенттарының иҫәп мәғлүмәттәре һөжүмдең 21 процентында урланыуын билдәләй – был һәр бишенсе осраҡ тигән һүҙ. Тикшереүҙәргә ярашлы, 58 процент осраҡта шәхси кешеләргә һөжүм эҙемтәһе булып мәғлүмәттәрҙең ситкә китеүе, 26 процент осраҡта – туранан тура финанс юғалтыуҙар тора.
Рәсәй Йәмәғәт палатаһының дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте таратыуға ҡаршылыҡ күрһәтеү, йәмәғәт контроле, “Интернет” селтәре хәүефһеҙлеге буйынса эшсе төркөмө етәксеһе Александр Малькевич һүҙҙәренә ҡарағанда, VPN ҡулланыу ғәмһеҙ бөтә донъя трендына әүерелде, ҡулланыусыларҙың тыйылған сайттарға һәм сервистарға ынтылышы шәхси мәғлүмәттәрҙе урлауға килтерә. Шуға ла киберхәүефһеҙлек белгестәре VPN–ға тоташҡан көйөнә банк ҡушымталарына һәм социаль селтәрҙәргә инергә кәңәш итмәй. Иң яҡшыһы – был хәүефле программаларҙы ҡулланыуҙан бөтөнләй баш тартырға.
Фото: Башинформ.