

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙ әүҙем йәштәренә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Был уларҙың әүҙем рәүештә грант проекттарында ҡатнашыуына бәйле.
– Беҙҙең йәштәр уҙған аҙнаны бик матур уҙғарҙы, „iВолга-2022“ Волга буйы федераль округы йәштәре форумында ҡатнашты. Мин коллегалар менән һөйләштем, бик көслө, әүҙем команда барған, рәхмәт һеҙгә! Беҙ Президент гранттары фондында ла беренсе урындар биләйбеҙ, йәштәр форумында хәҙер беренсе урынды алдыҡ. Бик шәп, был гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән аҡса бит, һис шикһеҙ, шуның менән файҙаланырға кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров шулай уҡ төрлө грант проекттарында ҡатнашыу өсөн үҙҙәренең ҡарауындағы структура белгестәрен дәртләндергән етәкселәргә рәхмәт белдерҙе.
Билдле булыуынса, быйыл “iВолга-2022” форумына Рәсәй төбәктәренән һәм Волга буйынан, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан ике меңдән ашыу кеше килде. Башҡортостандан форум эшендә 110 кеше ҡатнашты.
Форум йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙың ете проекты уларҙы артабан тормошҡа ашырыу өсөн уңышлы тип танылды.
Фото: "Башҡортостан ДТРК-һы".