

Донбассҡа оҙатылған гуманитар ярҙамдың 60 процентын «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәләре йыйған.
Оборона министрлығы линияһы буйынса йыйылған ярҙамды иҫәпкә алмағанда, партия Донбассҡа һәм ирек яуланған биләмәләргә 12 мең тоннанан ашыу йөк еткерелгән. Шул иҫәптән, Башҡортостан 1416 тонна гуманитар конвой ебәргән.
– Донбасста махсус операция башланғандан алып республикабыҙҙа йәшәүселәр әүҙем ярҙам итте һәм гуманитар ярҙам йыйҙы. Был ғәмәлдә Башҡортостандың бөтә битраф булмаған кешеләре һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ағзалары ҡатнашты: депутаттар, сенаторҙар, бизнесмендар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, меценаттар, пенсионерҙар. Йөктө сорттарға бүлеү һәм оҙатыуҙа ирекмәндәр ярҙам итте. Бөгөн беҙҙең республика дөйөм ауырлығы 1416 тонна тәшкил иткән 19 гуманитар конвой оҙатҡан. Гуманитар ярҙамға аҙыҡ-түлек продукттары, медикаменттар, төҙөлөш материалдары, мәктәп өсөн дәреслектәр һәм канцелярия тауарҙары, кәрәк-яраҡ предметтары инде. Шулай уҡ, Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһындағы генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге Петровское мәктәбен тергеҙергә ярҙам итә. Беҙ унда төҙөлөш материалдары тейәлгән алты гуманитар колонна ебәрҙек, – ти «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабы координаторы Раил Әҙиәтуллин.
Юғары совет Бюроһы ултырышында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак, Донбасста һәм ирек яуланған биләмәләрҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең 37 гуманитар үҙәге эшләй, тип билдәләне. Был үҙәктәрҙә 400 меңдән ашыу кеше ярҙам алған. Бынан тыш, 420-нән ашыу медицина белгесе граждандарға, хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтә, шулай уҡ партияның гуманитар үҙәктәре ҡарамағындағы медицина кабинеттары эшләй.
Балаларға ярҙам итеүгә һәм уларҙың ялына айырым иғтибар бүленә: Луганск, Купянск, Старобельск, Алчевск ҡалаларында балалар үҙәктәре асылған. Уларҙа ирекмән-вожатыйҙар спорт һәм ижади дәрестәр ойоштора. Бынан тыш, партия булышлығында Донбасста 1 сентябргә кәмендә өс кадет корпусы асыласаҡ, унда етем балалар ҙа уҡый аласаҡ. Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» һәм илдең Мәғариф министрлығының «Донбассҡа - китаптар » акцияһы барышында 150 меңдән ашыу китап йыйылған.
Фото: api.bashinform.ru