Йәмғиәт
2 Август 2022, 10:45

Баҡыр иретеү заводына – яңы һулыш

Беҙҙең бурыс – ошо ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡалыу

Баҡыр иретеү заводына – яңы һулышБаҡыр иретеү заводына – яңы һулыш
Баҡыр иретеү заводына – яңы һулыш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мәләүез районының Воскресенск ауылындағы баҡыр иретеү заводы тураһында яҙып сыҡты.

“Атай-олатайҙарыбыҙҙың һәр эшкә һөнәри күҙлектән ҡарауына хайран ҡалырлыҡ. Мәләүез районының Воскресенск ауылындағы баҡыр иретеү заводының кирбес стеналары беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған, хатта металл элементтары ла урынында. Ә бит төҙөлөш башланғандан алып 300 йыл самаһы үткән...

Был эле беҙ тормошҡа ашырған иң ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһен тәшкил итә. ХVIII быуатта төҙөлгән Воскресенск баҡыр иретеү заводы емереклектәре федераль әһәмиәттәге ҡала төҙөлөшө һәм архитектура ҡомартҡыһы тип танылды.

Беҙ байтаҡ эш башҡарҙыҡ. Майҙансыҡты тигеҙләнек, йәйәүлеләр өсөн юл һалдыҡ, видеокүҙәтеү, яҡтылыҡ ҡулайламаларын ҡуйҙыҡ, ҙур булмаған амфитеатр төҙөнөк. Тиҙҙән заманса бизнес-үҙәкте, һөнәрселәр өсөн ике сауҙа павильонын сафҡа индерәбеҙ. Мотлаҡ балалар өсөн уйын майҙансығы буласаҡ. Ағас, ҡыуаҡ, сәскәләр ултыртабыҙ.

Икенсе этапта быуа эргәһендәге майҙансыҡты һәм тупраҡ урын төҙөкләндереү планлаштырыла. Тағы ла стадионды тергеҙәбеҙ, мангал зонаһын ойошторабыҙ, киләсәктә кемпинг һәм глэмпинг асабыҙ. Бының менән ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙар бар.

Воскресенск ауылының “Торатау” геопаркы биләмәһендә урынлашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Ваҡыт үтеү менән ауыл туристарҙы йәлеп иткән үҙәккә һәм  маршруттың мөһим нөктәһенә әүерелер, тип ышанам.

Ә беҙҙең бурыс – ошо һәм башҡа үҙенсәлекле ҡомартҡыларҙы тергеҙеү һәм быуындарыбыҙ өсөн һаҡлап ҡалыу, архитектура ҡомартҡыларын урындағы халыҡ һәм туристар өсөн ҡыҙыҡлы итеү.

Әкренләп барыһына ла өлгәшербеҙ”, – тип яҙған республика Башлығы.

Фото: bashturist.ru/

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас