

Быйыл Хәйбулла яҡтарында ямғырҙар күп яуғанлыҡтан, ялан-ҡырҙарҙа үлән дә матур үҫкән. "Төрлө сәскәләрҙең сағыу төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша", тип һоҡлана хозурлыҡ һөйөүселәр. "Былтыр сәскән орлоҡтар шытып сығып, үрелеп үҫеп китте хатта", тип аптырай ҡайһы берәүҙәре. "Күп итеп дарыу үләне йыйып алдыҡ", тип шатлана икенселәре.
Тимәк, ҡышҡылыҡ малға аҙыҡ та мул буласаҡ. Шуның өсөн хәйбуллалар бесән әҙерләүҙе лә ошо видеояҙмалағыса йырлай-йырлай, бергәләшеп күңелле башҡара.
Рәжәп Хәсәнов видеояҙмаһы.
Гүзәл Байғусҡарова фотолары.