

Электр, һыу, газ кеүек уңайлыҡтар индерелһә, күптән түгел генә буш торған йортҡа йән ингәндәй тойола. Ҡалабыҙҙың Ашҡаҙар аръяғы биҫтәһендә Хисамовтар ғаиләһе тап ошондай йылы кисерештәр менән йәшәй. Улар бер аҙна элек өр-яңы өйҙәренә зәңгәр яғыулыҡ үткәргән. Тимәк, йәш ғаилә өсөн яңы йортҡа күсеү көнө яҡынлаша. Иң мөһиме, өйҙө зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу ғаилә бюджетына ни бары мең һумға ғына төшкән.
Газ үткәреү ҡиммәт булғанға йорт хужалары был мәсьәләне кисектереп килгән, әммә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенән һуң барыһы ла үҙгәрә. Бөгөн республикабыҙҙа йорт хужаһының ер биләмәһенә тиклем бушлай газ үткәреү программаһы уңышлы эшләп килә. Барыбыҙ ҙа шаһит, күптәр ошо программа ярҙамында зәңгәр яғыулыҡлы булды. Ә шарты түбәндәгесә: үҙегеҙ йәшәгән ауылға газ үткән булырға тейеш. Был программаны ҡулланыу өсөн ИНН, СНИЛС, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) белешмәләр, ситуация планын, шәхесте раҫлаған һәм милеккә хоҡуҡ тураһында документтар нигеҙендә ғариза яҙырға кәрәк. Ә Хисамовтар иһә бер юлы ике программаны тормошҡа ашырыуға өлгәшкән.
– Күп балалы ғаилә булғас, ҙур, яңы йорт һалыу тураһында хыялланып йәшәнек һәм 2019 йылда төҙөлөштө башланыҡ, – тип һөйләй Филүс Ришат улы. – Ул ваҡытта бындай программалар юҡ ине әле, шулай ҙа, ваҡыты еткәс, беҙгә бәхет йылмайҙы. Ғариза яҙғас, газға тоташтырыу өсөн белгестәр килеп ҡараны ла тиҙ арала смета төҙөнө. Смета буйынса ихатаға тиклем – 30 мең һум, ә ихата эсендә эштәрҙе башҡарыу 61 мең һумдан саҡ ҡына артығыраҡ килеп сыҡты. Ошо программа буйынса ихатаға тиклем 30 мең һумлыҡ өлөшө бушлай булһа, ә бына ихата эсендәге араға эштәрҙе башҡарыуға, күп балалы ғаилә булараҡ, беҙ 60 мең һумлыҡ сертификат юлланыҡ һәм уны шуның менән ҡапланыҡ. Һөҙөмтәлә йортобоҙға газ индереү өсөн 1 250 һум ғына түләнек.
Был исемлеккә газ плитәһе, йылытыу ҡаҙанлығы һәм өй эсендәге башҡа йылытыу приборҙары инмәй, бындай кәрәк-яраҡты хужалар үҙҙәре һатып ала. Әгәр ҙә программа ярҙам итмәһә, Хисамовтар, дөйөм алғанда, 200 мең һум аҡса сарыф итеп, ғаилә бюджетын ныҡ ҡына кәметер ине.
Башҡортостанда газ үткәреү буйынса бындай өҫтәмә сертификаттарҙың ике төрлөһө бар. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары 100 мең һумлыҡ сертификатҡа дәғүә итә, шулай уҡ 100 мең һумлыҡ адреслы ярҙам аҙ килемле инвалидтарға, инвалид бала ҡараған ғаиләләргә, күп балалы ғаиләләргә бирелә, ә килеме юғары булған инвалидтарға, инвалид бала ҡараусы ғаиләләргә, күп балалы ғаиләләргә 60 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.
Уйлап ҡараһаң, сығымдар ғына түгел, зәңгәр яғыулыҡлы булыу өсөн күпме ваҡыт көтөргә кәрәк?
– Ғаризаны беҙ былтыр көҙгөһөн биргәйнек, әммә ул ваҡытта әлеге программа көйгә һалынып ҡына тора ине, – тип һүҙгә ҡушыла хужабикә Гөлнара Хисамова. – Шул ҡыуандыра, торбаларҙы тоташтырыу эшен ике көндә башҡарҙылар, ғөмүмән алғанда, беҙгә барыһы ла тиҙ, шыма үткән һымаҡ тойолдо. Ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар, ҡыйынлыҡтар килеп сыҡманы, беҙ быға бик шат.
Ишле ғаиләгә иһә тиҙерәк өй туйлауҙарын теләйбеҙ! Ә һеҙ газ тоташтырырға икеләнеп йөрөһәгеҙ, был эште йырып сыҡҡан Хисамовтарҙан өлгө алығыҙ, эште йәйге миҙгелдә башҡарып ҡуйығыҙ, бөгөн эҫе булһа ла, ҡыш тиҙ килеп етә ул.
Эльдар ФӘТТӘХОВ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.