Йәмғиәт
2 Август 2022, 11:24

Үҙе лә ләлә сәскәһеләй!

ғаилә архивынанғаилә архивынан
Фото:ғаилә архивынан

– Әсәй, мин ҙурайғас инженер булам. Инженер! – тип әйтеп ысҡындырҙы сәй эсеп ултырған бәләкәй Ләлә. – Заводҡа барам.

– Атаҡ, атаҡ, кит әле, малайҙар һүҙен һөйләп ултырма.

Әле генә төшкө ашҡа эштән ашығып ҡына ҡайтҡан Зуфану инәй ҡыҙының һүҙенә әллә ни иғтибар ҙа бирмәне, ахыры. Биш бала әсәһе бит, төрлөһө төрлөсә хәбәр яра. Оло ҡыҙы “табип булам” тип хыяллана, шөкөр. Ауылдан бер аҙым ситкә сыҡмаған ҡыҙың табип булһа әле! Ә бына яңы ун өс йәшен тултырған Ләләһе, ана, “завод”, “инженер”ҙан һалдыра. Ҡайҙан белә тиһең ул һүҙҙәрҙе?! Кемдән ишеткән тиһең!

Зуфану инәй үҙе һатыусы һөнәрен һайланы ла хәҙер байтаҡ йылдар Һыртлан ауылы магазинында эшләй.

– Зуфануҙы – магазинһыҙ, магазинды Зуфануһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, – тигән була ауылдаштары. Ярата шул үҙ эшен! Ауыл халҡы ла һатыусыны хөрмәт итеп тора. Ире Сынбулат колхоз эшендә булды, уға яҙыу-һыҙыу, документ тултырыу буйынса кеше күп килә торғайны. Әрме хеҙмәтен үтәгән ваҡытында ул биш йыл буйы писарь булған, шуға күрә лә урыҫ, башҡорт телен, ҡағыҙ эштәрен яҡшы белгән.

– Баррам, баррам! – тип һаман үҙенекен тыҡып ултырған Ләләһенә һоҡланып, йылмайып ҡарап ҡуйҙы әсә кеше. Ну, үҙ һүҙле лә инде!

– Ана, апайың “табип булам” ти! Ҡустыларың Әсхәт менән Шәүкәт булыр инженер. Уҡытыусыға уҡырһың...

Бындай һөйләшеү, әлбиттә, бер тапҡыр ғына булманы. Математика менән физиканы Ләлә һыу кеүек эсте, көслө уҡыусылар менән ярышып, сәмләнеп уҡыны. Уҡытыусылары ла “асҡыс” таба ине шул... Башланғыс класта Менәүәрә апа Зәйнуллина әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләһә, Фәймә Солтанғужина – математикаға.

Әле генә партала уҡып ултырған кеүек булһа ла, байтаҡ йыл үтеп тә киткән. Мәктәпте тамамлап, аттестат алған ҡыҙ ситтән тороп Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инә, үҙе Һарыш мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Юғары уҡыу йортоноң физика-математика факультетында белем алған ауылдашы Ринат Ғиниәт улы Латиповтың (артабан ул районда һәм ҡалабыҙҙа билдәле кеше булып китте, юғары вазифалар биләне) әйткәне һаман иҫтә:

– Ауыр юлды һайлағанһың, һылыу, ситтән тороп белем алыуы үҙеңә ҡыйын булмаҫмы? Йырып сыға алһаң ярар ҙа... – тип әллә тағы ла сәмләндерер өсөн әйтте, әллә, ысынлап та, институт һынауҙарын еңә алмаҫ, тип уйланы.

Тик был һүҙҙәрҙән һуң ҡыҙ дөрөҫ һәм, иң мөһиме, үҙ юлын һайлағанына инанды. Ә еңеле нимәгә уға? Алға ҡуйған маҡсатҡа өлгәшергә, мотлаҡ диплом алырға тейеш ул!

Апаһы Лилиә уҡып бөтөп, хәҙер инде кешеләрҙе дауалай. Теләге тормошҡа ашты! Ә Ләләнең заводта эшләү хыялы алыҫта ҡалды. Уҡытыусы булғанына әсә-атаһы бигерәк һөйөндө, үҙҙәренсә ғорурланды. Баҡыйлыҡҡа күсеүҙәренә байтаҡ йылдар үтһә лә, уларҙың һәр һүҙен, кәңәшен күңел түрендә һаҡлай Ләлә Сынбулат ҡыҙы. Балаларыңды ҡурсалайһың бит, яҡшыны, насарҙы айырырға өйрәтергә тырышҡан булаһың. Шуның өсөн тормош бит ул.

Эш тәжрибәһе туплап өлгөргән ҡыҙ мәктәпте, коллективын, балаларҙы яратып өлгөрҙө. Бар ваҡытын, белемен, көсөн, күңелен уҡытыуға арнаны. Ябай уҡытыусынан етәксе вазифаһына тиклем үрләне, төрлө наградаларға лайыҡ булды. Шулай ҙа Мәләүез районының почетлы гражданы тигән юғары исем биреү көтөлмәгән ваҡиға булды. Халыҡ үҙен шул хәтлем хөрмәт итер, бейеккә күтәрер, тип һис уйламағайны, көтмәгәйне.

Заманында Һарыш мәктәбен гөрләттеләр шул, районда һәм ҡалала ғына түгел, бөтә республикала билдәлелек яулаған аграр лицейҙа белем алырға теләүселәр йыл һайын артҡандан-артты. Йыһазландырыуға, белемде камиллаштырыуға ҙур көс һалынды.

Уҡыусылары ла йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, һаман да уңыштары менән ҡыуандырып торалар.

Әйткәндәй, Һыртлан ҡыҙы Ләлә Һарышҡа килен булып төшә, сибәр, тырыш, уңған ҡыҙ ошо ауыл егете Зиннурҙың йөрәген тиҙ яулай. Ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен ҡәҙерләп, аңлашып йәшәүҙәренә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Кәримовтар улдары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре менән бәхетле.

Хаҡлы ялда булһа ла, Ләлә Сынбулат ҡыҙы өйҙә генә ултырмай. Бер ҡараһаң, ауыл ағинәйҙәре менән төрлө сараларҙа ҡатнаша, икенсе ҡараһаң, баҡса эштәре менән булыша, аш-һыуға ла бик оҫта. Әйткәндәй, хужабикә ләлә сәскәләре үҫтерергә ярата. Гөлләмәләр яһап, яҡындарына бүләк итеп ҡыуандыра. Уҡыу, имтихан буйынса ярҙам һорап килгәндәргә лә ваҡытын таба.

Ләлә Сынбулат ҡыҙы быйыл алтмыш бишенсе йәйен ҡаршыланы. Ғүмер бушҡа үтмәгән! Халҡым тип йәшәү, уға лайыҡлы хеҙмәт итеү, хөрмәт ҡаҙаныу үҙе бәхет түгелме?

 


Фәниә БИКМӨХӘМӘТОВА

Мәләүез районы.

Читайте нас