

Йәмле йәйҙең матур бер мәлендә ЮНЕСКО-ның Туймазы ҡалаһындағы 7-се ассоциацияланған мәктәбе уҡыусылары, “Сикһеҙ донъя” проектына ярашлы, Көньяҡ Урал буйлап онотолмаҫлыҡ сәйәхәттә йөрөп ҡайтҡан.
Сәйәхәттең тәүге көнөндә уҡыусылар палеолит осороноң үҙенсәлекле һәйкәле булған Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күргән. Белеүебеҙсә, был тәбиғәт ҡомартҡыһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының беренсел исемлегенә индерелгән.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла билдәле мәмерйәлә булып, уның сәйәхәтселәр өсөн асыҡ залдарын, ҡая таштарҙағы палеолит осорона ҡараған һүрәттәрҙе ҡарау, был мөхиткә бәйле легендалар һәм риүәйәттәр менән танышыу уҡыусыларға ныҡ оҡшаған. Ысынлап та, Шүлгәнташтың һалҡынса дымлы һауаһы, стеналағы серле һүрәттәр, сылтырап ағып ятҡан Шүлгән йылғаһы мәңгелектең бер сағылышы кеүек тәьҫир итә.
Балалар ҡурсаулыҡ биләмәһендәге “Бал ҡорто урманы” музей-ҡунаҡханаһында ла булған. Бында уларға башҡорт халҡының боронғо кәсебе – солоҡсолоҡ тураһында һөйләгәндәр. “Ата-бабалар туҡталҡаһы” тип аталған майҙансыҡта уҡыусылар мөгөҙморон һәм мамонт скульптураларын ҡараған, тәүтормош кешеләренең торлағы, эш ҡоралдары менән танышҡан.
“Шүлгәнташ” музей комплексы ла бай мәғлүмәтле булыуы менән һоҡландырған. Бында археология ҡаҙылмалары мәлендә табылған әйберҙәр – мамонт һөйәге, палеолит дәүере әйберҙәре ҡуйылған. Балалар мәмерйәне тәү башлап өйрәнеп тикшергән археологтар һәм ғалимдар, ҡая таштарға һүрәт төшөрөү сәнғәте, донъяның башҡа төбәктәрендәге әлеге ише мәмерйәләр тураһында ла ҡыҙыҡһынып тыңлаған, Шүлгәнташтың “Урал батыр” эпосы менән бәйлелеге тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белгән.
Өс көнлөк сәйәхәт барышында “Таҙа планета” эко-квесы, “Туристар өсөн күп йүнәлешле ярыш”, “Мейене эшләткестәр”, “Юғалған донъя”, “Тимбилдинг” уйындары ойошторолған. Уларҙың барышында уҡыусылар рәхәтләнеп ярышыу, ижади һәләттәрен һынау мөмкинлегенә эйә булған.
Артабан сәйәхәтселәр Баймаҡ районына – Талҡаҫ күленә юлланған. Ул “Ирәндек” тәбиғәтте һаҡлау комплексы биләмәһендә урынлашҡан һәм Башҡортостанда иң бейек кимәлдәге тау күле һанала: диңгеҙ кимәленән иҫәпләнгән бейеклеге – 548,5 метр. Көньяҡ Урал биләмәһендәге һыу ятҡылыҡтары араһында Талҡаҫ был күрһәткес буйынса Йөрәккүлдән генә ҡалышып, икенсе урында билдәләнә.
Туймазының йәш сәйәхәтселәренең артабанғы туҡталышы Йомағужа һыу һаҡлағысындағы “Башҡортостандың Ҡарлуғас ояһы” майҙансығы булған. Был – бик үҙенсәлекле урын, унда республикабыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәтен ҡош осошо бейеклегенән күҙәтергә мөмкин.
Өс көн дауам иткән сәйәхәт – әлбиттә, балалар өсөн ярайһы уҡ ҙур һынау, сөнки юл үҙенекен итә, арыта. Әммә Туймазы уҡыусылары был сәфәрҙән көс, дәрт-дарман, тыуған төйәге тураһында яңы белемдәр туплап, матур тәьҫораттар менән ҡайтҡан.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА