

Илде алға этәреүсе кешеләр тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ иң башта йыһан гиҙгән космонавтарҙы йә иһә фән өлкәһендә асыштар эшләгән ғалимдарҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Улар һирәк кенә, ҡайҙалыр ябыҡ лабораториялар ишектәре артында ултыра кеүек. Ысынында, йыраҡ барырға кәрәкмәй – тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән ауыл кешеләре араһында ла ил тормошона, халҡының бәхетле йәшәүенә ҙур өлөш индереүселәр бар.
Шуларҙың береһе олатайым – Көйөргәҙе районының Абдул ауылынан Илгиз Сөләймән улы Ғайсин булды. Бөгөн мин уны оло йөрәкле, изге йәнле ғаилә башлығы булараҡ түгел, ә хеҙмәт яланында батырлыҡтар күрһәткән шәхес итеп тасуирлағым килә.
Рәсәй тарихының иң ауыр йылдарына тура килгән бала сағынан уҡ ул хеҙмәттең ҡәҙерен белергә өйрәнә. Атаһы Сөләймән Хоҙайназар улы хеҙмәт армияһынан йәрәхәтләнеп ҡайтып мәрхүм булғас, донъя көтөү мәшәҡәте әсәһе Мөғлифәнең иңенә төшә. Заманы шулай була, ете бала әсәһе ҡәҙерле сабыйҙарын берәм-берәм тыуған йорттан оҙата. Кемеһендер йәшләй генә Татарстанға ФЗО-ға торф сығарырға алалар, ҡайһылары Ташкентҡа мамыҡ йыйырға китә. Ә бына иң уҡымышлыһы, терәге, бәһлеүән кәүҙәле Ниғмәтуллаһы фронт яланында ятып ҡала. Тол ҡатын, эргәһендә ҡалған берҙән-бер төпсөк улын астан үлтермәйем тип, ең һыҙғанып эшләй. Бер эштән дә ҡурҡмай Мөғлифә Ғайсина – һауынсы ла була, колхозға икмәк бешерә, күрше ауылға ат егеп һөт ташый. Үҙәк өҙгөс аслыҡ еткәс, йортон һатып, улы Илгиз менән Үзбәкстан тарафтарына сығып китә. Әммә унда ла оҙаҡ торорға насип итмәй. Нисек кенә йылы, ҡояшлы булмаһын, бәләкәй малайға климат тап килмәгәнлектән, кире ҡайтырға тура килә.
Һуғыш ололарға ғына түгел, балаларға ла талаптар ҡуя. Илгиз олатайым, әсәһенең, туғандарының тырышлығын күреп, колхозға эшкә инергә була. Яңы ғына 7-се класты тамамлаған малай тиңдәштәренән айырылып тора: оҙон буйлы, киң яурынлы, көрәк услы. Эштең дә уға иң ауырын, ҡайһы бер ирҙәрҙең көсө етмәҫлеген ҡушалар – урман ҡырҡыу.
15 йәшлек үҫмерҙе башҡалар менән Йылайыр районына Ырғыҙ буйлап һал ағыҙырға ебәрәләр. Йәйәүләп улар 260 саҡрым юл үтә. “Һалҡын көҙҙә туғыҙ йылғаны кисеп сыҡтыҡ”, – тип һөйләй торғайны олатайыбыҙ, беҙҙе шаҡ ҡатырып. Йәшәгән шарттары ла әлеге заман кешеһенә ҡырағай тойолор – ҡышын брезент палатка эсендә көн күрәләр.
– Бөтә ашағаныбыҙ похлебка ине, – тип хәтерләр ине. – Уныһы ла – ҡайнатылған ҡар һыуына болғатылған бер ус он. Ә үҫкән саҡта шул тиклем ашағы килә. Етмәһә, ҡара таңдан кискә тиклем ҡул бысҡыһы менән ағас йығабыҙ. Төркөмдә алты кеше, араларында һуғыш инвалидтары бар. Алдыбыҙға план ҡуйылған – 600 кубометр ағасты ҡырҡып ағыҙырға. Тәүлек әйләнәһенә тубыҡтан ҡарға батып эшләй торғайныҡ. Ярты йыл эсендә үтәнек планды. Кире ҡайтҡаныбыҙҙа быймалар тишек, хәлебеҙ бөткән ине.
Ышаныслы егетте колхозда тәүҙә бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Олатайыбыҙ беҙҙең өсөн ысын батыр булды. Һуғыш яланында түгел, ә көнкүрештә лә ҡыйыулыҡ, көс, рух ныҡлығы кеүек сифаттарҙың мөһимлеген иҫбат иткән өлгө ине.
Артабан комбайнерлыҡҡа уҡырға инә. Уның беренсе техникаһы – “У2” тракторы. Отҡор егет тиҙҙән киң профилле тракторсы-машинист булып китә. Аҙаҡ йәш механизаторға яңы ғына сыҡҡан кабинаһыҙ СК-3 комбайнын ышанып тапшыралар. Шулай башланып китә лә инде алдынғы игенсенең хеҙмәт еңеүҙәре. Ҡуйылған бурысҡа эшкә һымаҡ түгел, ә тормош мәғәнәһенә һымаҡ ҡарай ул быуын.
– Сәмләнеп китеп, көнөн дә, төнөн дә баҫыуҙа эшләнек. Ҡайҙа унда әлегеләй шарттар. Кабинала кондиционер түгел, кабина үҙе лә юҡ ине. Ҡояш нурҙары аҫтында ла, әсе елдә лә, ҡар яуып торһа ла, туҡтау юҡ – тик алға. Төнөн генә, ҡара тупраҡ төҫөнә инеп, өйгә ҡайтаһың. Мунса юҡ, йылытылған һыу менән йортта йыуынаһың да таңдан йәнә эшкә. Балалар ҡайтҡаныңды көтөп, арып йоҡлап киткән, иртәнсәк тороп өлгөрмәй ҙә ҡалалар. Алдынғы комбайнерҙар, бер-беребеҙҙән ҡалышмайыҡ тип, ярышып эшләй торғайныҡ. Тырышаһың икән, тейешенсә баһаһы ла булды. Аслыҡтың иң ажғырын күргәнгәлер, беҙҙең төп маҡсат бүтән быға юл ҡуймау ине. Илебеҙҙең буралары тулы булһын, балаларыбыҙ беҙ күргән ҡыйынлыҡты күрмәһен. Шуғалыр баҫыуҙарыбыҙҙа эш тамамланғас, башҡаларға ла икмәк урырға ярҙам итә инек, – тип һөйләгәндәре хәтерҙә.
Тир түгеп үҫтергән игендән бешерелгән икмәктең ҡәҙерен беҙ ҙә бәләкәйҙән белдек. “Бер валсыҡ та иҙәнгә төшөп әрәм булмаҫҡа тейеш”, – ти ине өләсәйебеҙ, яңы ғына теленгән икмәк валсыҡтарын һыпырып алып.
Хеҙмәт йылдары осоронда олатайыбыҙҙың күпме иген үҫтергәнен һанап бөтөрлөк түгел. Ҡышҡыһын да бөтмәй колхозда мәшәҡәт. Баҫыу эштәре тамамланыу менән ул, тракторына йөк тейәп, алыҫ юлға сығыр ине. Фураж, һөт, ауыл халҡы өсөн яғыулыҡ ташыны.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн олатайыбыҙ бихисап орден һәм миҙалдар менән билдәләнгән. “Бер һабантуй ҙа, бер йыйылыш та уға маҡтау ҡағыҙы йә награда тапшырылмай үтмәй торғайны”, – тип һөйләй замандаштары. 57 йыл хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Даны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары һәм башҡа ҙур баһалар бирелә. Шулай уҡ ул – Көйөргәҙе районының почетлы гражданы ла.
Хеҙмәт йылдарында байтаҡ тракторсы һәм комбайнсыларға остаз булды. Йәштәргә техника менән эшләү серҙәрен өйрәтте. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, хеҙмәтен дауам итте. “Ғүмер буйы эшләп өйрәнгән кешегә пенсияға сығыу тормоштоң туҡтауы менән бер”, – тиер ине. Оло йәшкә етһә лә, ауыл, район тормошона битараф булманы. Үткер һүҙле, абруйлы аҡһаҡалды ауылдаштары староста итеп һайланы.
Олатайыбыҙ тыуған төйәгендә иман йорто төҙөү өсөн дә янып-көйөп йөрөнө. Үҙе кеүек оло ағайҙар менән йыйылыштар үткәреп, был эшкә йәштәрҙе лә ылыҡтырып, яҡшылап уйлашҡас, ауылдаштар менән бергәләп өмәләр ойоштора башлайҙар. Тырышлыҡ бушҡа китмәй. Абдул ауылы уртаһында матур мәсет ҡалҡып сыға. Аҡһаҡалдар, был изге эштең тамамланыуына бик ҡәнәғәт булып, ауылға иман ҡайтты, тип ысын күңелдән шатлана. Ата-бабаларыбыҙҙың мәңгелек йорто булған зыяратты ҡоймалауҙа ла олатайым тырышлыҡ күрһәтте. Барлыҡ әруахтарҙың да рухы шат булһын.
Олпат, киң ҡарашлы, оло йөрәкле, илем, халҡым тип янып йөрөгән, изге йәнле аҡһаҡал булыуының асылын ғаилә шәжәрәһендә табам. Батыр йөрәкле Ғайсиндар нәҫеленән ул. Атаһының бер туған ҡустыһы Хәсән Хоҙайназар улы Ғайсинға Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы аямай ҡырғаны өсөн “Советтар Союзы Геройы” исеме бирелә. Йәш шәхестең тормошҡа ҡарашын булдырыуҙа данлыҡлы ғаилә тарихы йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
“Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын” тиҙәр. Олатайыбыҙҙы яңы еңеүҙәргә илһамландырған, ҡанатландырған таянысы, мөхәббәте – өләсәйебеҙ Шәмсеҡәмәр Хисаметдин ҡыҙы. Дүрт бала үҫтергән, шул уҡ ваҡытта колхозда ла эшләгән, донъяһын да ҡарап өлгөргән хужабикә ғаилә башлығына ҙур терәк булып торҙо. Кәрәк саҡта яҡшы кәңәш бирә белгән, ҡунаҡсыл өләсәйебеҙҙе ауыл халҡы ла хөрмәт итте. Бөтә яҡлап та камил кешеләрҙе табыуы ҡыйындыр. Әммә, бер тартыныуһыҙ, Шәмсеҡәмәр өләсәйемде шундайҙар иҫәбенә индерер инем. “Минең ярты наградаларым – әсәйегеҙҙеке”, – тип әйтер ине олатайым, ҡатынына рәхмәт белдереп.
Саф йәшлек хистәре ҡауыштырған йөрәктәр 62 йыл парлап типкәндән һуң, бер-бер артлы мәңгелеккә күсте. Олатайыбыҙ иң яҡын кешеһенең китеүен кисерә алманы. Йәш, матур саҡта бер-береңде яратыуы рәхәт... Ә бына 80 йәште үтеп, әжәл түшәгендә ятҡан йәреңде һөйөп буламы икән, тигән һорау тыуа ине элек. Була икән. Быны миңә иң яратҡан кешеләрем иҫбат итте. Олатайымдың ҡалаҡ тотоп ашатыуҙарын, өләсәйҙең ҡулын һыйпап ултырыуҙарын күҙәтеп, ошо икән бәхет тигән һығымтаға килдем.
Миңә уларҙың тормош тарихы китап биттәрендәге роман һымаҡ тойола. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман”ын уҡығанда, күҙ алдыма йәш олатайым һәм өләсәйем баҫа ине. Шундай уҡ әҫәр яҙырлыҡ хистәр, тырышлыҡ, һынауҙар һәм уларҙы лайыҡлы еңеп сығыуҙар...
Вәсилә АТАУЛЛИНА
Өфө ҡалаһы.