Йәмғиәт
2 Августа 2022, 17:30

Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы ла булыр

Мәләүездәрҙең игенселектә лә, малсылыҡта ла тормошҡа ашыраһы ниәттәре ҙур

Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы ла булырРоботлаштырылған малсылыҡ комплексы ла булыр
Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы ла булыр

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мәләүез районында ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр менән осрашыуы тураһында яҙҙы:

"Мәләүез районында булып, аграрийҙарҙы күрмәү – дөрөҫ түгел. Бер ыңғайҙа “Инвестсәғәт”кә саҡырылған эшҡыуарҙарҙың нисек эшләүен дә ҡараным.

“Салауат исемендәге колхоз” ауыл хужалығы кооперативы – ҙур ауыл хужалығы етештереүсеһе. Бында иген, майлы культуралар, бәрәңге, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәләр, һөт һәм ит етештерәләр.

2020-2021 йылдарҙа предприятиела өҫтөнлөклө инвеспроектты тормошҡа ашырҙылар – 210 гектарға һуғарыу системаһы төҙөп, файҙаланыуға тапшырҙылар, техника һәм тоҡомло малдар алдылар. Хәҙер планда 2024 йылға тиклем 1200 башҡа иҫәпләнгән роботлаштырылған малсылыҡ комплексын төҙөү.

 Быға өҫтәп – малдар һанын арттырыу, һөт продукцияһы сифатын экстра-класҡа тиклем күтәреү. Был һөттө Мәләүез һөт комбинатында балалар аҙығы етештереү өсөн сеймал итеп ҡулланыу планлаштырыла. “Инвестсәғәт”тә был инвестпроектҡа өҫтөнлөклө статус бирелде.
Бөгөн беҙ артабанғы перспективаларҙы тикшерҙек һәм уңыш тураһында һөйләштек. Әлегә барыһы ла яҡшы, иң мөһиме һауа торошо көйлө торһон һәм ямғырҙар башланмаһын".
 

Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән.

Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы ла булыр
Роботлаштырылған малсылыҡ комплексы ла булыр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас