

Үткән ял көндәрендә Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһына сираттағы, ун һигеҙенсе, гуманитар конвой килде. Ете фуранан торған автоколонна генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се урындағы мәктәпте капиталь ремонтлау өсөн төҙөлөш материалдары: бинаның 1-се һәм 2-се ҡатында иҙән һалыу өсөн материал, фасад панелдәре килтерҙе. Башҡортостан үҙенә яңы уҡыу йылы башына эштәрҙе тамамларға йөкләмә алды.
– Беҙ 18-се гуманитар конвойҙы шатланып ҡаршылайбыҙ. Бындай йыш һәм ҙур транспорт ағымы күп йылдар элек булмаған. Иғтибар һәм ҙур ярҙам өсөн шатбыҙ һәм бик рәхмәтлебеҙ. Мәктәп көн һайын үҙгәреп тора. Бөгөнгө көндә ҡыйыҡ ябылған тиерлек, тәҙрәләр яңы, бөтә ерҙә лә эштәр алып барыла. Башҡортостан төҙөүселәренең профессионал булыуы, барлыҡ эштәрҙе лә сифатлы һәм ваҡытында башҡарып сыҡҡаны күренеп тора, – тип иҫәпләй мәктәп директоры Гөлназ Серова.
Төҙөүселәр үҙҙәре лә ышандыра: улар уҡыу йылы башына үҙ өҫтөнә алған бурыстарын үтәйәсәк.
– Демонтаж эштәре 90 процентҡа тамамланған, – тип һөйләй генераль подряд ойошмаһының участка начальнигы Виталий Беглов. – Йылытыу монтажы һәм электрика буйынса эштәр тамамланыу алдында. Йорт ҡыйығы буйынса эштәр – 90, тәҙрәләр буйынса 80 процентҡа тамамланған. Фасад эштәрен тамамлау өсөн металлокассеталар кәрәк. График буйынса улар киләһе гуманитар конвой менән килергә тейеш.
Гуманитар йөк менән колоннаны “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк берекмәһе вәкилдәре оҙатып йөрөнө.
– Башҡортостанда мәктәптәрҙе ремонтлау программаһы эшләй, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, партияның Төбәк сәйәси советы Президиумы ағзаһы Рөстәм Әхмәҙинуров. – Беҙ шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһындағы легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән шефлыҡҡа алынған мәктәбебеҙҙе лә ремонтларға булдыҡ. Беҙҙең бурыс – Луганск еренә тыныс тормошто кире ҡайтарыу ғына түгел, ә уны яҡшыраҡ итеү. Юлдарҙың, дауалауҙың, белем биреүҙең сифатын яҡшыртырға.
Берҙәм рәсәйҙәр шулай уҡ Красный Луч ҡалаһы күп профилле дауаханаһында өсөнсө сменала эшләгән башҡорт медиктарына күстәнәстәр, шулай уҡ унда дауаланған махсус операцияла ҡатнашҡан йәрәхәтләнгәндәр өсөн Башҡортостан мәктәптәре уҡыусыларынан бүләктәр һәм хаттар килтерҙе.
“Һаумы, билдәһеҙ һалдат! Мин һине белмәйем. Тик һинең менән һоҡланам. Хат яҙам, сөнки һиңә теләктәшлек күрһәтергә теләйем. Хеҙмәтең өсөн рәхмәт һиңә! Һинең кеүектәр арҡаһында беҙ тыныс һәм татыу йәшәйбеҙ”. Ошондай текст менән хатты һәм шифалы башҡорт балын Вадим – махсус операцияның тәүге көндәренән үк һуғышта ҡатнашҡан һәм Северодонецк янындағы һуғышта яраланған доброволец алды.
Рөстәм Әхмәҙинуров шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Уларҙың күбеһе ЛНР-ҙа беренсе вахта түгел һәм бында тағы ҡалырға әҙер. Табиптар бында үҙҙәрен айырыуса кәрәкле итеп тойоуҙары хаҡында һөйләне, сөнки урындағы халыҡ һигеҙ йыл буйына профилле белгестәрҙә дауаланыу мөмкинлегенән мәхрүм булған.
– Башҡортостан белгестәре беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә, – ти дауахананың баш табибы Сергей Перепелица. – Улар арҡаһында күп пациенттарыбыҙ беҙҙең күҙ уңынан төшмәй һәм квалификациялы медицина ярҙамы ала. Бынан тыш, Башҡортостандағы коллегаларыбыҙҙың бында булыуы табиптар өсөн дә файҙалы. Беҙ күп аралашабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, методикалар менән уртаҡлашабыҙ, бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ.
Башҡортостан табиптары Красный Луч дауаханаһында ҡабул итеүҙе алып барыуҙан тыш, сәләмәтлек поездары менән яҡын-тирәләге ауылдарға ла бара. Табиптарҙы һәм урта звено белгестәрен эш көндәренән ситкә йүнәлтеү өсөн “Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре улар өсөн легендар яҡташыбыҙ, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов ерләнгән урынға – Үлемһеҙлек бейеклегенә экскурсия ойошторҙо.
Урындағы халыҡ оҙаҡ йылдар легендар комдив һәм уның менән бергә һәләк булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре ерләнгән туғандар ҡәберлеген тәрбиәләне, уларҙың хәтерен ҡәҙерләп һаҡланы. Быйыл июндә был урында Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы советы рәйесе Тимерйән Рәжәпов – легендар башҡорт генералына бюст ҡуйыу инициаторы – идеяның нисек барлыҡҡа килеүе, уны тормошҡа ашырыуҙа кемдәрҙең ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.
– Был, һис шикһеҙ, бөтә Башҡортостан халҡы өсөн мөһим урын. Беҙ бында килеүебеҙгә, сәскәләр һалыуыбыҙға һәм илде нацизмдан һаҡлаусы хәрбиҙәрҙе хәтергә алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Алыҫ 1943 йылда Башҡортостан намыҫын хурламаған яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ә беҙ бөгөн үҙ яғыбыҙҙан кешеләргә ярҙам итергә тырышабыҙ, эшләйбеҙ. Ошо әһәмиәтле урынға барыу беҙҙе артабанғы эшкә илһамландырҙы, көс арттырҙы, – тип үҙенең тәьҫораттарын йәшермәй Республика клиник дауаханаһының ультратауышлы тикшереү табибы Елена Шорина.
Гөлнур Артыҡаева.