

1953 – 1968 йылдарҙа Таңатарҙа йәшәп киткән Айытбай Йәнғәле улы Дансыҡбаев 1989 йылдың июлендә Ырымбур өлкәһенең “Адамовский” совхозынан күсеп ҡайтып, үҙенең 14 кешелек ғаиләһе менән ауылды яңынан тергеҙергә тотондо. Биш ай эсендә дүрт ғаилә өсөн өс йорт күтәрелде. Был хаҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: “1991 йылдың көҙөндә Ҡәҙимдең тыуған яҡтарындағы сәфәрҙә уның яҡташтары менән осрашып йөрөгәндә, шуныһы бигерәк тә ҡыуандырҙы: Таңатарҙың таңы яңынан ата башлағайны. Ҡола яланға әйләнгән урында ауылды яңынан тергеҙергә ниәтләнеп ҡайтҡан Айытбай ағай балалары, кейәүҙәре менән бер йәйҙә өс йорт бөтөрөп сыҡҡайны. Шул тиклем тырышып эшләгәндәр. “Көлгәндә егеттәрҙең ирендәре ҡанай ине”, – тигәйне Айытбай ағай. Быны оноторлоҡ түгел. Ер йөҙөнән ғәйеп булған ауылдар яйлап тергеҙелә. Ошо шатлыҡты күреп йылмайғанда, шағирҙарҙың йөрәктәре ҡанһыраһа, ғәжәпме ни?!” – тип яҙғайны.
Таңатарҙың яңынан тергеҙелеүе
Яңы Ергән ауыл советы идараһы ҡарары нигеҙендә күсеп килеүселәргә ер бүлеп бирелә. А. Дансыҡбаев “Таңатар” ауыл хужалығы кооперативын ойоштора. Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе М.Ғ. Рәхимовтың 1992 йылдың 9 сентябрендәге Указына ярашлы, Хәйбулла районының Яңы Ергән ауыл советы биләмәһендә Таңатар ауылы барлыҡҡа килә.
Пландары ҙур ине Айытбай ағайҙың. Ауыл эргәһендәге баҫыуҙа ер һөрҙө, арпа сәсте, фуражға иген һуғып алды. Бер трактор, бер комбайн менән ҙур майҙандарҙа ҡапыл ғына иген үҫтереү мөмкин дә түгел ине. Туғайҙың бесәне күп булғас, малсылыҡ тармағын да һынап ҡарарға теләп, 25 баш тоҡомло һыйыр һатып алды. Ҡышҡылыҡҡа йылы һарай төҙөп, малын шунда тотто.
Кооператив хужалыҡ булғас, барлыҡ эшмәкәрлек алыпһатыуға, йәғни баҙар мөнәсәбәттәренә, ҡоролорға тейеш. Уңыштан алған төшөм сығымдарҙы ҡаплау өсөн генә түгел, ер өсөн һалым түләүгә лә етергә тейеш. Әҙерәк үҙеңә лә төшөм булыу мотлаҡ. Шунһыҙ ниндәй баҙар ти ул? Хужалыҡ эшен техниканың иҫкелеге, яғыулыҡ етешмәү, эшләргә кеше юҡлыҡ тотҡарлай. Малсылыҡтан да килем алып булмай. Яҡын-тирәлә ит комбинаты юҡ. Малды тереләй килеш һатыу ҙа үҙен аҡламай – хаҡтар бик түбән. 1990 – 2005 йылдарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү, уға аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү хәҙерге һымаҡ түгел ине шул. Айытбай Йәнғәле улы: “Таңатарға ниңә кешеләр кире ҡайтмай икән? Ауыл бер беҙҙең өсөн генәме ни? Тыуған төйәк уларға ҡәҙерле түгелме әллә?” – тигән моңһоу уйҙарға бирелә. Күсеп ҡайтҡанда яҡташтар ҙа беҙҙең арттан эйәрер, ауыл ҙурайыр, тип уйлағайны бит ул, әммә өмөттәр аҡланманы.
Бер нисә йылдан Таңатарҙа дүрт ирҙән икәү генә тороп ҡала: кейәүе Ҡорманғәле ауылына ҡайтып китә лә ҡапыл вафат була. Кесе улы Фәнил дә көтмәгәндә яҡты донъя менән хушлаша. Эшләргә кеше лә, техника ла булмағас, Айытбай ағай һөрөнтө ерҙәренән баш тарта. Үҙе пенсия йәшендә, һаулығы ҡаҡшаған. Көтөү көтөргә генә эшкинә. Дөйөм хужалыҡтағы малдарҙы балаларына тигеҙ итеп бүлеп бирә ул. Йәнә бер йылдан кооператив ябыла.
Яңынан тергеҙелгәндән һуң, сирек быуат үткәс тә, Таңатарҙың үҫеп китә алмауының сәбәптәре күп. Игенселек менән малсылыҡты күтәреү өсөн йәш механизаторҙар һәм малсылар кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Өй һалып инер өсөн Хөкүмәт тарафынан финанс ярҙамы күрһәтелмәне. Ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп торған ауыл кешеһе торған йорт-ҡаралтыһын һүтеп, Таңатарға нисек күсеп барып, яңы өй һала алһын?
Ят бауыр булманы Айытбай Йәнғәле улы Таңатар өсөн. Ул хәленән килгәндең бөтәһен дә эшләп ҡараны, тырышты, юҡты бар итте, булғанды ишәйтте. Тик илебеҙгә ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәренең яңы инә башлаған хәтәр осорға тура килде уның ҡаҡ далала “Таңатар” ауыл хужалығы кооперативын асып ебәреүе.
Ижади натура, шиғри күңелле кеше ине. Китап уҡырға, шиғыр тыңларға яратты. Өйөндә ауылға килгән һәр яҙыусы бүләк иткән автографлы китаптары күп ине. Таңатарҙа 1991–2011 йылдарҙа өс тиҫтәгә яҡын әҙип булып киткәнлеген белеп була уларҙан. Р. Бикбаев, Ғ. Шафиҡов, И. Кинйәбулатов, А. Игебаев, Р. Солтангәрәева, Т. Килмөхәмәтов, М. Ямалетдинов, Р. Тойғонов, Ғ. Дәүләтов, Р. Байбулатов һ.б. – һәр береһе тиерлек Хәйбулла киңлектәрендә йәшәп, донъя көткән батыр йөрәкле, ғорур холоҡло дала кешеләре менән һоҡланыуҙарын белдереп яҙған. Таңатарҙа йәшәгәндә ҡышҡы оҙон төндәрҙә үҙенең тормош юлын әҫәр итеп яҙып та ҡараған, шиғыр ҙа ижад иткән. Миңә үҙе тыуған Баймаҡ районының “Октябрь байрағы” гәзитендә (1984 йыл, 13 март) баҫылған “Байсура” тигән шиғырын уҡытҡайны.
Байсура
Айытбай ТАНҺЫҠБАЕВ*
Тыуған ерем минең, тыуған яғым,
Тыуған ауылғынам Баймырҙа.
Һеҙ иҫемә төшһә, йоҡоларҙан
Уянып китәм йөрәк ярһыуҙан.
Балаҫ кеүек йомшаҡ ҡаҙ үләне...
Шылтырап ағып ята Бүреле...
Алыҫ-алыҫтарҙан, ғорур баҫып,
Байсура тау тора күренеп.
Ҡаҙ үләне хәҙер үҫмәй бында,
Бүреленең йотом һыуы юҡ.
Тик Байсура ғына шул көйөнсә –
Уға тиңләшерҙәй тауы юҡ.
Йөҙ өй ине элек ауылымда,
Гөрләп тора ине Баймырҙа.
Ҡырҡ беренсе йылда яуға китте
Ошо ерҙән йөҙләп батырҙар.
Яуыз һуғыш алды егеттәрҙе,
Тик дандары ҡайтты күптәрҙең.
Күпме әсә һаман юлға ҡарай,
Усын ҡаш өҫтөнә күтәреп.
Ата-бабаларҙың нигеҙҙәре
Тигеҙләнгән бөгөн ер менән.
Ҡарт әсәләр ҡара ҡайғыларҙан
Ҡоро ерек кеүек бөгөлгән.
Тик Байсура һаман шул көйөнсә –
Бөгөлмәгән уның биләне.
Байсураға менеп бер ҡарайым,
Күренмәйме тиеп,
Егеттәрҙең яуҙан килгәне.
“Октябрь байрағы”, 1984 йыл, 13 март.
(*Паспорты буйынса Дансыҡбаев булып йөрөнө Айытбай Йәнғәле улы).
Тормош иптәше Шакирә Зәйнәғәбдин ҡыҙы менән Айытбай Йәнғәле улы бергә оҙон ғүмер кисерҙе, ике ул, бер ҡыҙ үҫтереп, һигеҙ ейән-ейәнсәрен һөйөпҡыуанып, бәхеттәрен күреп йәшәне. 2017 йылдың 26 февралендә фани донъяларҙан баҡыйлыҡҡа күсте. Таңатар кешеләренә, туғандарына йә таныштарға аят уҡыған, доғалар бағышлаған ил аҡһаҡалы Таңатар зыяратында йәненә тыныслыҡ тапты. Урыны йәннәттә булһын. Амин.
Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре
Ғилажетдин Мифтахетдин улы Рәхмәтуллин (1889–1964). 1917–1919 йылдарҙа Совет власы өсөн әүҙем көрәшсе. 1919 йылда – Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының (РККА) Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһының I Башҡорт кавалерия полкы рядовойы. Сәғит ауылынан Таңатарға күсеүҙе ойоштороусыларҙың береһе, колхоз төҙөүҙә әүҙемлек күрһәткән, партия һәм хужалыҡ етәксеһе (кантонда хәрби комиссар, волисполком рәйесе урынбаҫары, район милицияһында замполит, колхоз рәйесе һ.б.).
Сабирйән Ғәлимйән улы Рәхмәтов (1883–1967). Мәмбәт ырыуы тарихын яҡшы белгән, ерһыу атамаларына, ырыуара тарихтарына бәйле риүәйәттәрҙе яҙҙырған (Башҡорт халыҡ ижады, “Риүәйәттәр, легендалар” китабы, 1980).
Кәрим Сөләймән улы Ҡәйепов (1902–1984). Ырымбурҙа Каруанһарай педучилищеһында уҡый, уҡытыусы. Һуғышта Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, санинструктор, эскадрон парторгы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән. Педагогтар династияһына нигеҙ һалған.
Ғәлим Ноғоман улы Рәхмәтов (1908–1976). Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. “Таңатар” колхозында йәшелсә үҫтереү звеноһы етәксеһе була, артабан Таңатар башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, һуғыштан һуң – колхоз рәйесе, келәт һәм ырҙын табағы мөдире, потребсоюз системаһы хеҙмәткәре. “1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, “11-се биш йыллыҡ ударнигы”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған.
Мостафа Һиҙиәт улы Сәйфуллин (1920 – 2001). Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. “Таңатар”, “Новый путь” колхоздарында бригадир, тимерсе слесарь булып эшләй. Ауылдаштары араһында башҡорт музыка ҡоралы – ҡумыҙ яһау оҫтаһы булараҡ та таныла. “1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” һәм дүрт юбилей миҙалы менән наградлана. “Новый путь” колхозының почетлы колхозсыһы.
“Хәйбулла энциклопедияһы”на индерелгән күренекле яҡташтар
Әбделхәй Кәрим улы Ҡәйепов (1928–2019) – педагог, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. БАССР Мәғариф министрлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Рәжәп Ғәлим улы Аралбаев (1930–1993) – механизатор. Тракторсы, бригадир булып эшләй (1946 – 1990). “9-сы биш йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик ярышта еңеүсе” (1976) билдәләре, БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашҡан, райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1984).
Рәфҡәт Кинйәбай улы Бәрәкәтов (1930–2011) – һарыҡ көтөүсеһе (1965 – 1990). “Октябрь Революцияһы” (1973), “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” (1971) ордендары, “Социалистик ярышта еңеүсе” (1973), “10-сы биш йыллыҡ ударнигы” (1980) билдәләренә лайыҡ булған.
Ғәлимырҙа Хәйбулла улы Ҡәйепов (1934–2012) – механизатор. “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” (1986) һәм “Почет Билдәһе” ордендары, “10-сы биш йыллыҡ ударнигы” (1980) билдәһе менән бүләкләнгән.
Камил Әбделхаҡ улы Рәхмәтуллин (1937–1974) – механизатор. Ленин ордены кавалеры (1957).
Рафил Хәйбулла улы Ғөбәйҙуллин (1939–2018) – механизатор. “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” ордены, БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” (1957), “Хеҙмәт батырлығы”, В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы (1970) миҙалдары менән билдәләнгән.
Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев (1941) – әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Хәйбулла районының почетлы гражданы (1991), Халыҡ-ара поэтик фестиваль лауреаты (Төркиә, 2013), “Салауат Юлаев” ордены кавалеры (2021).
Ғәли Рәхмәтулла улы Рәхмәтуллин (1952) – электромонтер, автослесарь, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2000). Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының Маҡтау грамотаһына (1999) лайыҡ булған.
Рәшит Закирйән улы Туҡбаев (1956) – механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010). “12-се биш йыллыҡ ударнигы” (1990) билдәһе, Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары (2012) менән бүләкләнгән.
Рәйес Әбделхәй улы Ҡәйепов (1958) – педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).
Зиннәт Рәфҡәт улы Бәрәкәтов (1962–1982) – яугир-интернационалист. Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены (1982), “Яугир-интернационалисҡа – рәхмәтле афған халҡынан” миҙалы (1988), СССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы (1988) менән (бөтәһе лә – үлгәндән һуң) наградланған. Таңатар ауылы зыяратында ерләнгән. Яңы Ергән ауылында үҙәк урамға З. Бәрәкәтовтың исеме бирелгән, урта мәктәп бинаһына уға арналған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Фирғәт Насирйән улы Рәхмәтов (1980) – спортсы. Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (2004). Уҡыу йорттары араһындағы уҙышыуҙа шәхси беренселектә – Рәсәй чемпионы, командалар зачетында – бронза миҙалы призеры (2004), Яңы Ергән урта мәктәбендәге саңғы ярышы буйынса секция тәрбиәләнеүсеһе (тренеры – Хөсәйен Насиръян улы Ильясов).
Таңатарҙан сыҡҡан хөрмәтле яҡташтар
Әхмәҙулла Мырҙағәле улы Рәхмәтуллин (1916–1971) – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, лейтенант, взвод командиры, “Хәрби батырлығы өсөн” (1944), “Германияны еңгән өсөн” (1945), “Японияны еңгән өсөн” (1945) һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. Уҡытыусы.
Абдулхаҡ Йосоп улы Усманов (1916–1997) – элемтәсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, “Батырлыҡ өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ булған. Район гәзитендә баҫылған күп кенә шиғырҙар авторы.
Хөрмәтулла Йосоп улы Усманов (1923–1996) – уҡсылар взводы командиры, кесе лейтенант, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Уға II дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены, “Хеҙмәт ветераны” (1983) һ.б. юбилей миҙалдары тапшырылған. Һәүәҫкәр рәссам.
Бәҙерниса Йосоп ҡыҙы Аҡбалина (Усманова) (1924–1998) – Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тракторсы, хеҙмәт ветераны (1980). Юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Хәҙисә Ғәлим ҡыҙы Биксәмбәтова (Аралбаева) (1933–2014) – II дәрәжә “Әсәлек даны”, “Хеҙмәт ветераны” (2002) миҙалдары менән билдәләнгән.
Нәфисә Ғәлим ҡыҙы Рәхмәтова (Аралбаева) (1935–1995) – Герой-әсә, I һәм II дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалдары менән наградланған.
Ғәрифйән Сәләхетдин улы Аралбаев (1933) – Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһының почетлы гражданы, хеҙмәт ветераны. Юбилей миҙалдары менән наградланған.
Ғәҙилә Рәжәп ҡыҙы Аслаева (Аралбаева) (1956) – “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән (2001).
Әнисә Әбделхәй ҡыҙы Ҡәйепова (1962) – педагог, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008), Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына (2017) лайыҡ булған.
Хөснулла Йосоп улы Усманов (1928–2011) – Фрунзе колхозында, район ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник. Уға “Хеҙмәт ветераны” миҙалы тапшырылған.
Кинйәғәле Йосоп улы Усманов (1934–2010) – “Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн” (1994) билдәһе, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ауылыбыҙҙың тарихын уның бөгөнгө кешеләре дауам итә. Таңатар ер йөҙөнән бөтөнләй юғалып ҡалмаһын өсөн беҙ, төрлө тарафта йәшәгән яҡташтар, барыһын да эшләйбеҙме һуң? Ата-бабаларыбыҙ ошо ер өсөн күпме дауҙар кисереп, унда матур тормош ҡороп йәшәгән икән, бөйөк Ватаныбыҙҙы һаҡлап, изге ҡандарын ҡойған, баштарын һалған икән, беҙ – уларҙың XXI быуаттағы вариҫтары, боронғолар аманатына тоғро булайыҡ! Ауылдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, тергеҙәйек, төҙөкләндерәйек, йәшәтәйек. Ырыу шәжәрәһен дауам итәйек, яңынан-яңы быуын балаларыбыҙ үҫһен, еребеҙҙән ҡот һәм ырыҫ китмәһен, ҡәҙерле милләттәштәр!
Абдулхаҡ УСМАНОВ
Таңатарға мәҙхиә
Туғайында төрлө сәскә ата,
Тулҡынланып үҫә үләндәр...
Урамыңдан буйлап үтеп барам,
Иҫтәремә төшә үткәндәр.
Һуғыштарҙа бик күп ерҙәр күрҙем,
Оҡшаш ер юҡ һиңә торорлоҡ.
Тыуған ерем, – мәңге матур ерем,
Таңатарым, – минең ғорурлыҡ.
Иң гүзәл ер күреп ҡайтам һиңә,
Ҡарап үтәм таныш урамға.
Донъя менән тоташтырып, һине
Оҡшатамын йәмле Уралға.
Таңатарым! Ҡанат нығытыуың –
Әйтеп бөтөп булмай баһаһын.
Һин белемгә беҙҙе өйрәттең бит,
Өйрәткәндәй ҡоштар балаһын.
(Аҡъяр, 1995 йыл.)
Ҡәҙим АРАЛБАЙ