

Кисә әхирәтем минең менән һөйләшә башлағас та:
– Телефоным өйҙә ҡалған, – тине.
Күбебеҙҙе нисектер борсоуға һала ошондайыраҡ хәл, күнегелгән таныш көнитмешебеҙҙән ситкә алып бырғатылғандай тойғо барлыҡҡа килтерә, эйеме?
– Ярай, телефоныңдан әҙерәк ял итерһең, – тинем, уны йыуатҡандай.
Ул да артыҡ бошонманы, буғай. Ҡәҙимгесә һөйләшеп алып киттек. Һәр ваҡыттағыса, кәйефтәр көр. Һүҙ сурытырлыҡ ваҡытыбыҙ ҙа етерлек. Тәүҙә бер-беребеҙҙе бүлдерә-бүлдерә хәл белештек, көлөштөк, уртаҡ шатлыҡтарға ҡыуандыҡ. Илдәр имен, күктәр тыныс, яҡындарыбыҙ һау булһын, тип теләнек...
Байтаҡ ултырҙыҡ.
Тик барыбер ҡулымдағы телефоныма ара-тирә күҙ ташлағанымды, хатта “һыйпаштырып” алғанымды аңғарҙым, “машинально” тип аҡландым эстән. Ултыра торғас, дуҫым да, ынтылып, минең телефонға күҙ ташлай башланы.
– Әйҙә, селфи эшләйек тә фәлән әхирәткә һелтәйек, – тип тәҡдим итте.
Селфи эшләнде, уртаҡ әхирәткә фото ебәрелде. Артынса көлгән-шаярған йылмайликтар ырғытылды. Ҡабалан ғына сәләмләү һүҙҙәре яҙылып, “отправить” төймәһенә баҫылды...
– Отправить иттеңме?
– Эйе, ебәрҙем.
Шунан артабан икәү генә ҡәҙимге һөйләшеп ултырһаҡ та, минең телефонға йәбешерҙәй булып уртаҡ әхирәттән яуап сәләме көттөк...
Таныш күренешме? Таныштыр...
Бөгөн яҡын танышың менән ҡапыл осрашып серләшеп-гәпләшеп ултырғанда, асылда, һеҙ икәү генәме икән?!
Өсөнсө булып арағыҙҙа телефонығыҙ үҙе ултырмаймы?!
Һәм, ғөмүмән, хәҙер ҡулында телефоны булған кеше үҙе генә яңғыҙ ҡала аламы?!
Иң яҡын әхирәт, дуҫ сүрәтенә инеп, эс серҙәребеҙҙе тотош һөйләттереп алып, күңелдәребеҙҙе тулыһынса бушаттырып, тимәк, буп-буш ҡалдыртып, әүрәтеп, алдаштырып ошо ТЕЛЕФОНДАР беҙҙе упҡындарға алып китеп бара түгелме?!
Бәлки...
Рәмилә ТОРОМТАЕВА
Сибай ҡалаһы.