Йәмғиәт
2 Август 2022, 11:05

Уңыш сере ябай ғына

“Бәйләнештә” төркөмөнән“Бәйләнештә” төркөмөнән
Фото:“Бәйләнештә” төркөмөнән

Өфөлә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022” республика асыҡ конкурсы ойошторолғайны. Бәйгелә бихисап  күркәм ғаилә  көс  һынашты. Ә Гран-при Күгәрсен районының Юлдыбай ауылынан Гөлгөнә менән Урал Хөснуллиндарға тапшырылды.

– Өфөлә ғаиләләр араһында ярыш үткәрелә икән, әйҙә, ҡатнашайыҡ, тигәс, Уралдың һүҙен йыҡманым, – тип һөйләй Гөлгөнә Хөснуллина. – Шулай итеп, мәртәбәле бәйгегә әҙерлек башланыҡ. Иң тәүҙә  өҫкө кейемде хәстәрләнек. Беҙ бит халыҡ араһына сығасаҡбыҙ, тотош Күгәрсен районы исеменән сығыш яһаясаҡбыҙ. Әлбиттә, сәхнә түренә милли кейемдә сығыу маҡсатын ҡуйҙыҡ.

Икенсенән, балаларҙың ҡайһы сығыштары тамашасыларҙы шаҡ ҡатырыр? Ирем менән ошо турала фекер алыштыҡ һәм  бергәләшеп әҙерләнә башланыҡ. Диләбеҙгә – ун йәш, ә Ирханға дүрт йәш тулғайны. Шуға ҡыуанабыҙ, улыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа һынатманы, халыҡ алдында шартлатып тороп сығыш яһаны. Әлбиттә, үҙ балаларыңды маҡтау – килешмәгән эш, уның ҡарауы, абруйлы жюри ағзалары ла, тамашасылар ҙа  балаларыбыҙҙы ныҡ итеп күккә сөйҙө.

Миңә ҡалһа, еңеүебеҙҙең сере ябай ғына – ир менән ҡатындың бер-береһенә мөнәсәбәте йәки мөхәббәте йөҙҙәрендә сағылыш таба. Улар бер-береһен ярты ҡараштан аңлап торорға тейеш. Гармонияла йәшәү – беҙҙең өсөн иң мөһиме. Беҙ бүтәнсә күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Был донъяла балалар өсөн йәшәү зарур.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ

Күгәрсен районы.

Читайте нас