Йәмғиәт
2 Август 2022, 09:59

Ветеринар өсөн ал да, ял да юҡ

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һүҙ Смаҡ ветеринария участкаһына ҡараған Воскресенск, Ҡашҡар, Ҡыҙыл, Береговка, Красногорка, Яҡтыкүл, Исламғол, Яңауыл, Смаҡ, Арыҫлан, Шәрип ауылдарында, Яр утарында, шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында хеҙмәт күрһәтеүсе Фәнир Хужахмәтов тураһында.

Ҡотош ауыл мәктәбен тамам­лағас, ул Ырымбур ауыл хужа­лығы институтына уҡырға инә. “Ҡотош мәктәбе уҡытыусылары ныҡлы белем бирҙе. Химия, биология фәне уҡытыусыһы Зөфәр Алтынсурин, рус теленән Зифа Вәхитоваға рәхмәтлемен”, – ти ул. М. Ғафури исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай, алты йыл Смаҡта ветеринария участкаһы мөдире вазифаһында эшләй. Һөнәренең ниндәй яуаплы икәнен үҙе бик яҡшы аңлай ветеринар. Табиптар кеше ғү­мере өсөн яуап бирә, ә ул мал-тыуар өсөн йәнен бирергә лә әҙер.

“Быйыл мал аҙығы яғынан артыҡ ҡытлыҡ булмаһа ла, төрлөлөк һаҡланманы. Көҙҙән бесән наҡыҫыраҡ булды. Ҡатнаш аҙыҡ та аҙ эләкте. Быуаҙ ваҡыттарында витаминлы аҙыҡ етмәгәнлектән, быҙаулағанда ҡыйынлыҡтар тыуҙы. Һыйыр быҙаулай алмаһа, ҡырҡ эште ҡырҡ яҡҡа ташлап сығып йүге­рергә тура килә. Беҙҙең эштә белемле лә, физик яҡтан көслө, еңел ҡуллы булыу ҙа талап ителә. Ниндәй генә ҡатмарлы осраҡтарҙа ла ҡаушап ҡалмаҫҡа кәрәк. Ауырыу малға ярҙам иткәндә төрлө хәлдәр була”, – ти ветеринар. Эше ауыр булһа ла, бер ҡасан да үкенгәне булмаған. Әйткәндәй, тормош иптәше Рима Абдулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, ветеринар санитар булараҡ эшкә күскән. Улдары Айгизәр ҙә аҡ халатлылар юлын һайлаған: Башҡор­тостан дәүләт медицина универ­ситетының бишенсе курсын тамамлай. Ҡыҙҙары Нурсилә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетында юғары белем алған.

Ветеринарҙың эше йыл әйлә­нәһенә тығыҙ. Яҙын-көҙөн шәхси һәм фермер хужалыҡтарындағы малдарға йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы прививка яһайҙар, профилактика, тикшереүҙәр үткәре­лә. Бал ҡорттарын анализлау, умарталыҡтарға күҙәтеү акты тултырыу ҙа улар өҫтөндә.

Ҡашҡарҙа умарталар айырыуса күп. Фәнир Фәрит улы әйтеүенсә, мал һаны ла кәмемәй. “Минең участкала әлеге ваҡытта, быҙауҙары менән иҫәпләһәң, яҡынса 1700 баш мал бар. “Аквамарин” шәхси хужалығында 190 баш һарыҡ иҫәпләнә”, – ти ул. Смаҡ биләмәһендә һөнәрен оҙаҡ йылдар намыҫлы башҡарған Тимербай Аҫылбаев, Роза Шаһма­нова хаҡлы ялға сыҡҡан. Ал­маш­ҡа йәш белгестәр уҡып ҡай­та, ҡаланан практика үтергә килеүселәр ҙә бар. Хәҙер ветеринария өлкәһендә яңы технологиялар, яңы алымдар ҙа ҡулланыла, эш өсөн еңел машина бирелгән. Күңелеңде һалып тырышып хеҙмәт итергә генә ҡала.

 

Әҡлимә ИМАМОВА

Читайте нас