Йәмғиәт
2 Август 2022, 11:26

Яратҡан эш булғанда, ауырлыҡтар еңеләйә

Районыбыҙҙа күптәргә өлгө булырлыҡ, бар ғүмерен мәҙәниәтте үҫтереүгә арнаған хеҙмәт кешеләре байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе – Буранғол ауыл китапханаһы мөдире Миңзәлә Хәйруллина. 1984 йылдан алып 37 йыл ғүмерен ошо эшкә арнаған хеҙмәткәргә байтаҡ тормош һынауҙарын да үтергә тура килә.

Өфө китапхана техникумын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан Миңзәлә Әҙип ҡыҙы, ире йәшләй юл фажи­ғәһендә һәләк булғас, 28 йә­шендә генә тол ҡала. Осраған һынауҙарға бирешмәй, бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, күңелен яратҡан эше менән баҫа. Буранғол мәҙәниәт йорто, мәктәп менән берлектә ниндәй генә саралар үткәрмәй! Вокал, фольклор ансамбл­дәрендә ихлас шөғөлләнгән китапханасы республика күләмендә һәм Буранғол ауыл советы буйынса “Аҡ кейеҙгә баҫһам”, “Тамға”, “Һаумыһы­ғыҙ, ауылдаштар!”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Исем туйы”, “Бала хаҡы – тәңре хаҡы” кеүек боронғо йолаларҙы тергеҙгән байрамдар уҙғара.

Быларҙан тыш, ауыл китап­ханаһында китап уҡыусылар конференциялары, яңы сыҡҡан йыйынтыҡтар буйынса фекер алышыуҙар, хеҙмәт кешеләре менән осрашыуҙар, күргәҙмәләр ойоштороу ҙа матур йолаға әүерелгән. Йыл һайын район китапханасылары менән берлектә шиғыр конкурстары, “Китап уҡыусы ғаилә”, “Китапхана төнө” кеүек кисәләр ҙә үткәрелеп тора. Ә инде Афғанстанда хеҙмәт иткәндәр һәм Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары тураһында “Йөрәк йылыһын һәм күңел нурын ҡушып” тигән китаптар донъя күргәс, уларҙың исем туйҙары ла уҙғарылды.  

Китапханала төрлө түңә­рәктәр эшләй. Унда ойошто­ролған “Йәнтөйәк”, “Һандуғас” вокаль ансамблдәре иһә төрлө бәйге-сараларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булараҡ, Миңзәлә Хәйруллинаға һайлау кампанияларында рәйес, секретарь вазифаларын да башҡарырға тура килә. 2002 йылда иһә “Йыл китапханаһы” район конкурсында ҡатнашып, Буранғол китапханаһы лауреат исеменә лайыҡ була.

Миңзәлә Әҙип ҡыҙы “Йәй­ғор” әҙәби ойошмаһы ағза­лары менән дә тығыҙ бәйлә­неш булдырған. Мәҡәләләре район гәзите “Осҡон”да, республика баҫмаларында донъя күрә.

Ғөмүмән алғанда, китапха­наның эше район кимәлендә юғары баһалана. Өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен яратҡан эшенә арнаған Миңзәлә Әҙип ҡыҙын район китапханасылары, ауылдаштары тырыш хеҙмәте өсөн хөрмәт итә. Был турала уға бирелгән күп һанлы Почет грамоталары, дипломдар һөйләй.

 


Зөһрә КАШАПОВА

Әбйәлил районы.

Читайте нас