

Ғәҙәти тормошта аҡ халатлыларҙың эше әллә ни күҙгә ташланып бармаған кеүек тойолһа ла, йәшәйешебеҙҙе уларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Үҙҙәрен халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһенә бағышлаған был һөнәр эйәләренең һәр көнө, һәр сәғәте кешеләргә изгелек ҡылыу менән үтә. Көн һайын күпме ғүмерҙе ҡотҡара, нисәмә кешегә яңынан йәшәү, һау-сәләмәт булыу шатлығы бүләк итә – быныһын инде улар үҙҙәре генә белә!
Бөгөнгө геройыбыҙ – Сәйетҡол фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Шәмғиә Сәйетбатталова ла был изге һөнәрҙе йәшләй генә һайлаған һәм әлеге көнгә тиклем уға тоғро ҡала.
Балдай татлы бала саҡ
Ябай ауыл ҡыҙы ул Шәмғиә апай. Районыбыҙҙың иң матур төбәктәренең береһе булған Эткөсөк (Яңауыл) ауылында эшһөйәр ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһе Сәмиға Шакир ҡыҙы менән Зәкәриә Ибраһим улы Буранбаевтар бар ғүмерен колхоз-совхоз эшенә бағышлаған.
Урта быуын да, олораҡтар ҙа яҡшы хәтерләйҙер: уҙған быуатта тыуған балаларҙың барыһы ла, иртә ҡул араһына инеп, ололарҙан һис ҡалышмай эшләп үҫте. Ауыл кешеһе өҫтөнә өйөлгән бесән әҙерләү, утын ярыу-өйөү, баҡса үҫтереү, гектарлап сөгөлдөр, икешәр баҡса картуф утау, мал көтөү кеүек мең мәшәҡәт араһында өй йыйыштырыу, кер йыуыу, һыу ташыу, ашарға бешереү кеүектәре еңел эшкә һаналып, хатта күҙгә лә эленмәне. Буранбаевтарҙың биш балаһы ла, барлыҡ был эште атҡарыуҙан тыш, һауынсы әсәләренә, мал ҡараусы булған атайҙарына ярҙам итеп, колхоз эшенән дә ситтә ҡалмай. Ҡартәсәйҙәре Бибисара инәйҙең бергә йәшәүе лә улар өсөн оло бәхет була. Ата-әсәләре көноҙоно эштә булғанда ғәзиз кешеләренең хәстәрлеген тойоп, унан күп эшкә өйрәнеп үҫкән Шәмғиә апайҙың башҡорт ҡыҙҙарына хас үтә баҫалҡы, эшсән булыуында ла уның өлөшө бик ҙур.
Теләк-ынтылыш булғанда, хыялдар ысынға әйләнә
Ауыл мәктәбен “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙ, һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, күңел түрендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Салауат медицина училищеһына юллана.
Шаулы студент йылдары күҙ асып йомғандай уҙып та китә. 1986 йылда ҡулына диплом алған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Сәйетҡол ауылына эшкә ебәрәләр.
Тәүге көндә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына фельдшер-акушерлыҡ пунктына аяҡ баҫһа ла, ауыл халҡының тәүге көндәрҙән үк үҙен ихлас ҡабул итеүен күргән ҡыҙ, тиҙ арала ауылға ла, кешеләргә лә өйрәнеп һәм эштең нескәлектәренә төшөнөп, күптән ошо өлкәлә тир түккән кешеләй, йөҙөп йөрөп эшләп китә. Патронат шәфҡәт туташы булып эшләүсе Гөлсара апай Мәжитова ла, уны үҙ ҡанаты аҫтына алып, эштең рәтен-сиратын өйрәтә.
– Гөлсара апайға ҙур рәхмәтлемен, әлдә ул булды, -– тип ихлас йылмая тәжрибәле фельдшер. – Эшемде бик яратам, йылдар уҙғаны һиҙелмәне лә хатта.
Бына шул ваҡыттан алып Шәмғиә Зәкәриә ҡыҙы Бикеш һәм Сәйетҡол ауылдары халҡының һаулығы һағында тора. Һөнәрен биш бармағылай яҡшы белеүенә ҡарамаҫтан, үҙ өҫтөндә даими эшләүҙән туҡтамай ул, белемен камиллаштыра, медицинаға ҡағылышлы гәзит-журналдар, китаптар, конференциялар, лекциялар, интернет ярҙамында белгәндәрен нығыта, яңы дауалау алымдарын үҙләштерә, 2001 йылда квалификацияны камиллаштырыу курсын үтә. Әлеге көндә ул ике ауылда йәшәүсе 326 кешенең, шул иҫәптән 18 йәшкәсә 60 баланың һәм үҫмерҙең һаулығы өсөн яуап бирә.
Донъя булғас, төрлө ваҡыт була. Кемдер ҡапыл ауырып китә, кемдеңдер ҡан баҫымы күтәрелә, аяғын ҡаймыҡтыра, йөрәге сәнсә... Бындай хәлдәр һәр ваҡыт эш сәғәттәренә генә тура килмәй. Шуға ла төндә булһынмы, кис йә иртә таңдамы – фельдшер һәр кемгә ярҙамға ашыға, кәрәк икән, “Ашығыс ярҙам” саҡырта, район үҙәк дауаханаһына тиклем оҙатып бара, өлкән йәштәгеләрҙе өйҙәренә барып хеҙмәтләндерә. Әйткәндәй, Шәмғиә апайға бер тапҡыр кендек инәһе лә булырға тура килә.
Иң ҙур бәхет – ғаилә
Ҡоштарға күк йөҙөн иңләү өсөн пар ҡанаттар кәрәк булған кеүек, тормош юлын еңелерәк үтеү өсөн кешегә лә парлы булыу зарур. Шәмғиә апай ҙа таяныр терәге булыуы менән бәхетле.
Ауылға эшкә килгән зифа буйлы, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле һылыу ҡыҙға күҙ атыусылар күп булһа ла, Әхәт ағай Сәйетбатталов иң өлгөрө булып сыға. Башҡаларҙың береһен дә уға яҡын ебәрмәй, үҙенең ихлас хистәре, алсаҡлығы, ныҡышмалылығы менән ҡыҙҙың күңелен яулай. Ике ауылды – Яңауыл менән Сәйетҡолда – гөрләтеп туй үткәреүҙәренә инде 34 йыл үтеп киткән. Ошо йылдар эсендә донъяның ағын да, ҡараһын да бергә күтәреп, утты-һыуҙы бергә кискән пар күптән инде бер-береһен ярты һүҙҙән, ярты ҡараштан аңларға өйрәнгән. Уларҙың иң ҙур бәхеттәре, әлбиттә, ҡыҙҙары һәм ейән-ейәнсәрҙәре. Иң тәүге мөхәббәт емештәре – тормош иптәше менән Мәләүездә төпләнгән Әлфинә ата-әсәһен ике ейәнсәр менән һөйөндөргән, Айлинаға – 12 йәш, Дилә алты йәшен тултырған. Икенсе ҡыҙҙары Алина ире менән Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Ул да ике бала әсәһе. Һигеҙ йәшлек Камилла менән дүрт йәшлек Радмиланы ла бәхетле өләсәй менән олатай һағынып көтөп ала. Өсөнсө ҡыҙҙары Гөлгөнә лә күптән инде үҙе әсәй, ете йәшлек Морат исемле шуҡ, шаян ул үҫтерә.
– Әлдә балалар бар, уларһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти әңгәмәсем. – Уң ҡулыбыҙ ҙа, һул ҡулыбыҙ ҙа улар. Ғәзиздәрем менән кеҫә телефоны аша бер көн һөйләшмәй торһам, күңел тынысһыҙлана, үҙемә урын таба алмайым. Балаларымдың һәм ейән-ейәнсәрҙәремдең беҙгә, төп йортҡа, килеп төшөүе ҙур байрамға әйләнә.
Уйынлы-ысынлы әйтһә лә, Шәмғиә апайҙың һүҙҙәрендә тулы хаҡлыҡ бар. Бәләкәйҙән эш рәтен белеп үҫкән ҡыҙҙар ҡайтҡан-киткән арала ата-әсәһен ҡулдан килгән тиклем донъя хәстәрҙәренән арындырырға тырыша. Эш иһә һәр кемгә етәрлек, сөнки Сәйетбатталовтарҙың хужалығы ярайһы уҡ ҙур: баҡса тултырып картуф, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерәләр, малдары ла ишле – өс һыйыр, башмаҡтарҙан тыш, байтаҡ ваҡ мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
...Билдәле булыуынса, ер йөҙөндәге һөнәрҙәрҙең иҫәбе-хисабы юҡ. Медицина тармағы иһә улар араһында иң мөһим урынды биләй, айырым баҫҡыста тора. Кем әйтмешләй, һаулығың – байлығың. Һаулыҡты һорап алып та булмай, әллә күпме аҡсаң булып та, сәләмәтлегең ҡаҡшаһа, аяҡҡа баҫтыра алмауҙары ла мөмкин. Шуға күрә лә йәштән сәләмәтлегеңде хәстәрләү һәм һаҡлау мөһим. Аҡ халатлы, ғүмере буйына кешеләрҙе дауалаған Шәмғиә Зәкәриә ҡыҙы менән әңгәмәләшкәндә ошолар иҫкә төштө.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА
Күгәрсен районы.