

2 августа Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Десантсыларҙың быуындар берлеге” һәйкәленә сәскәләр һалды. Был сара Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәренең 92 йыллығына арналды.
Монумент 2021 йылда асылған. Ул дүрт быуынға арналған: фронтовикка, яугир-интернационалистҡа, заман яугире-десантсыға һәм малайға. Композицияны һауа-десант ғәскәрҙәренең эмблемаһы һәм десанттың БМД-3 хәрби машинаһы тулыландыра.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимны яңғырағандан һуң, сарала ҡатнашыусылар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған десантсыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Унан һуң ҡорал салюты яңғыраны.
Республиканың күп милләтле халҡы исеменән Радий Хәбиров шулай уҡ Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың һәйкәлдәренә лә сәскәләр һалды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.