Йәмғиәт
2 Август 2022, 10:00

Ырыуыңды бел

Бөгөн Башҡортостанға һәм тыуған илгә һөйөүҙе сағылдырған кейем-һалымға иғтибар күбәйә. Был башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән  кешеләрҙән башҡа килеп тә сыҡмаҫ ине. “Илемә, милләтемә хеҙмәт итәм” тип янып йәшәгән йәштәр булғанда, киләсәккә өмөт һүнмәҫ. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт ырыуҙарының дизайндары менән футболкалар етештергән “Oyboy” ойошмаһы ла тап ошондай эшкә маҡсатланған. Беҙ уның етәксеһе Гөлфинә СӘЙФУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Гөлфинә Хәлит ҡыҙы, тәүҙә үҙегеҙ менән ҡыҫҡаса таныштырығыҙ әле?

– Мин Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылында тыуып үҫтем. Атайым – механизатор, әсәйем – хужабикә. Өс һеңлем һәм бер ҡустым бар.Туғыҙынсы класҡа  тиклем Баймаҡ лицей-интернатында уҡыным, аҙаҡ Сибай ҡалаһының 13-сө мәктәбен тамамланым, 11-се кластан һуң Стәрлетамаҡ сәнғәт колледжының театр бүлегенә уҡырға индем. Ошо ҡалала буласаҡ тормош иптәшем – Ишембай районы егете Илнур Сәйфуллинды осраттым. Диплом алғас, өйләнештек, әле ике йәшлек Әмилә исемле ҡыҙыбыҙ бар. Былтыр  Стәрлетамаҡ ҡалаһында бина алып, массаж һәм косметология студияһын асып ебәрҙек.  Бер йылдан   футболка өсөн дизайн булдырып, йәнә бер йүнәлештә эш башланыҡ.

 

– Ни өсөн актер һөнәрен һайламанығыҙ?

– Бәләкәйҙән үк үҙемде гел театр сәхнәһендә күрә инем, шуға тап ошо юлды һайланым. Сәнғәт колледжын тамамлағас, теләк ниңәлер һүрелеп ҡалды. Шунда тормош иптәшем менән эшҡыуарлыҡ хаҡында уйлана башланыҡ.

 

– Бизнесты ике йүнәлештә алып барыу ауыр түгелме? 

– Эшҡыуарлыҡҡа әле лә өйрәнәбеҙ, бер урында ғына тороп булмай, үҫергә, уҡырға кәрәк. Тәүҙә эшкә тотонғанда  ауыр булды, әлбиттә, бер нимә лә белмәйһең, артабан яйға һалынды. Ике йүнәлештә эш алып барыу еңелдән түгел, күп көс талап ителә. Бизнесты үҫтереү өсөн  яңы алымдар уйларға, халыҡты ҡыҙыҡһындыра белергә кәрәк. Уңышлы эшҡыуарлыҡтың төп шарты – үҙ эшеңде яратыу.

 

– Футболкалар өсөн принт төшөрөү идеяһы нисек тыуҙы? Ни өсөн тап башҡорт ырыуҙары менән уның дизайнын яһарға булдығыҙ?

– Иптәшем менән күптән туған телгә  һәм Тыуған илгә бәйле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләй инек, ләкин ниндәй йүнәлеште һайларға белмәнек. Һуңынан  ғаилә дуҫыбыҙ Илмир Ибраһимов менән бергәләп төрлө  ырыу тамғалары төшөрөлгән футболкалар хаҡында уйлана башланыҡ. Был ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн  Башҡортостан тарихы биттәренә сумдыҡ. Үҙебеҙ өсөн дә  ырыуҙар тураһында күп мәғлүмәт астыҡ. Бөгөнгө йәштәр был тема менән мауығып бармай, таныштар араһында ла ниндәй ырыуға ҡарағанын белмәгәндәр күп. Минеңсә, һәр башҡорт кешеһенә ырыуын белеү мотлаҡ, нәҫел ағасыбыҙҙы киләсәк быуынға  еткерергә тейешбеҙ. Был эште  йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн дә башланыҡ.

 

– Һәр ырыуға хас кейем  дизайнын  булдырыу өҫтөндә нисек эшләнегеҙ?

– Ғөмүмән, һәр ырыу вәкилдәре күпләп йәшәгән төбәктәр бар. Мәҫәлән, Юрматылар күбеһенсә Ишембай районында төпләнгән, шуға күрә уларҙың футболка дизайны Торатауға бәйле. Шулай уҡ һәр ырыуҙың принтында ла үҙенсәлекле, үҙҙәренә генә хас тәбиғәт ҡомартҡылары һүрәтләнгән. Шуны әйтеп үткем килә, беҙҙең уйҙарҙы, теләктәрҙе тормошҡа ашырырға дизайнер Ғәзиз Әбделмәнов ярҙам итте.

 

– Ырыуҙарҙы сағылдырған кейем менән ҡыҙыҡһыныусылар күпме?

– Үҙ ырыуы, халҡы менән ғорурланған, туған телен яратҡан кешеләр һорап килә. Беҙ был брендты модаға индерергә ынтылабыҙ. Әгәр һөҙөмтәгә өлгәшеп, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уятһаҡ, күптәр ошондай кейемде ҡуллана башлар ине.

Футболка йәки толстовка алырға теләүселәр араһында үҙ ырыуын белмәгәндәр ҙә осрай. Беҙҙең эш уларҙа ла тарихыбыҙға ҡарата  ҡыҙыҡһыныу уята, тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта нәҫел шәжәрәһен белгән башҡорт йәштәре барлығы һөйөндөрә.

 

– Әсә булараҡ, нисек уйлайһығыҙ, балаларҙың үҙ милләтенә, ырыуына ҡыҙыҡһыныуын ниндәй ысулдар менән арттырырға мөмкин?

– Барыһы ла, әлбиттә, иң тәүҙә  ғаилә тәрбиәһенән башлана. Өйҙә үҙ телеңдә аралашыу, шулай уҡ башҡортса йәнһүрәттәр, китаптар ярҙамында  баланың тыуған еренә һөйөү уятыу мөһим. Бала ҙурая килә, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн һабантуй, шәжәрә кеүек байрамдарға ғаилә менән барыу ҙа файҙаға ғына.

 

– Һеҙ бөтә ырыуҙарға хас футболкалар эшләйһегеҙме?

– Әлбиттә,  барлыҡ  50-гә яҡын ырыу өсөн футболкалар әле әҙерләнмәгән. Бының өсөн ваҡыт һәм ихтыяж кәрәк. Шулай уҡ һәр ырыуҙың тамғаһын өйрәнеү ҙә  мотлаҡ. Тәүҙә беҙ ете генә ырыу өсөн әҙерләй инек, һуңынан ҡыҙыҡһыныусылар  күбәйгән һайын яңы дизайн өлгөләрен  булдырҙыҡ. Әлеге көндә ун ырыу тамғаһы төшөрөлгән футболкалар бар. 

 

– Брендығыҙҙы танытыу өсөн ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?

– Беҙҙең тауар башҡорттар өсөн генә булдырылғас, интернет селтәрендә төрлө башҡорт төркөмдәренә реклама ҡуябыҙ. Һабантуйҙарға йөрөп, төрлө ырыуҙы сағылдырған  дизайнлы кейем тәҡдим итәбеҙ. Әлеге мәлдә заказдар күбеһенсә быға тиклем беҙҙә футболка алған кешеләрҙең таныштарынан килә.

– Милләтте, ырыуҙы сағылдырған  кейем етештереү буйынса эшҡыуарлыҡ отошломо?

– Һәр эштәге һымаҡ, бөтә көсөңдө, ваҡытыңды һалып эшләһәң, барыһы ла килеп сығыр,  тип ышанам. Быны ваҡыт күрһәтер.

 

– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!


Гөлназ Үтәгәнова

Читайте нас