Йәмғиәт
3 Август 2022, 06:00

Алты йәшлек бизнесмен!

 Малай желенан айыуҙар яһап һата.  Ә хыялы...

Алты йәшлек бизнесмен!Алты йәшлек бизнесмен!
Алты йәшлек бизнесмен!

Булыр бала – биләүҙән, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар.

Өфө районының Миловка ауылында йәшәгән Елисей Коноваловҡа ла тап килә был әйтем. Башҡортостан / яңылыҡтар төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, малай аҡса эшләү юлын тапҡан. Ул желенан айыуҙар яһап һата. Хыялы – аҡса йыйып, кеҫә телефоны алыу. Ул мең тәңкә йыйған ла инде.

Баҡтиһәң, Елисейҙың айыуҙарын алырға теләүселәр байтаҡ – күрше тирәләгеләр ҙә малайҙың башланғысын хуплаған.

Афарин Елисей, хыялдарың тормошҡа ашһын!

Фото Башҡортостан / яңылыҡтар төркөмөнән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас