Йәмғиәт
3 Август 2022, 09:15

Борсоған һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ

1 – 31 августа “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса һорауҙар ҡабул ителә. Тулыраҡ - түбәндәге мәғлүмәттә

Борсоған һорауҙарығыҙҙы бирегеҙБорсоған һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ
Борсоған һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ

Уҡыу алдынан, 1 – 31 августа, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы түләүле мәғариф хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” үткәрә.

- Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре мәғариф хеҙмәттәрен күрһәтеүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк, кәрәк булғанда дәғүәләрҙе рәсмиләштереү бушлай атҡарыласаҡ, - тип белдерҙе республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Әйткәндәй, “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы дәүләт программаһы ғәмәлдә булған осорҙа 60 меңдән ашыу кеше бушлай юридик ярҙам алған.

- 2022 йылдың беренсе кварталында 400-ҙән ашыу мөрәжәғәт килде, уларҙың 70 проценттан ашыуы “ҡыҙыу линия” аша килде. 100-ҙән ашыу дәғүә буйынса бушлай ярҙам күрһәтелде. Судҡа тиклем тәртиптә 3 миллион һумдан ашыу зыян ҡаплатылды, - тине Алексей Гусев.

8 (347) 218 09 78 телефоны буйынса шылтыратып, бушлай кәңәш алырға мөмкин. “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса һорауҙар 1-31 август көндәрендә 09:00 - 18:00 сәғәттә ҡабул ителә.

Фото: urgt66.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас