Йәмғиәт
3 Август 2022, 17:30

Өләсәй шулай буламы?

Ейәнсура районында йәшәгән ҡатын 8 һәм 10 йәшлек ейәндәрен баҙға бикләп ҡуйған... 

Өләсәй шулай буламы?Өләсәй шулай буламы?
Өләсәй шулай буламы?

Ейәнсура районында йәшәгән ҡатын 8 һәм 10 йәшлек ейәндәрен тейешенсә ҡарамауҙа, туҡмауҙа һәм баҙға төшөрөп ябыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итте "Моя Уфа" баҫмаһы.

Яҡын кешеләре яғынан бындай ҡырағай мөнәсәбәт ғинуарҙан июль айына тиклем дауам иткән. Әлбиттә, яманлыҡ айыҡ көйөнсә ҡылынмағандыр, ҡатындың эсергә әүәҫлеге билдәле булған. Өйҙә бысраҡ, тәртипһеҙлек хөкөм һөргән, бәләкәй балаларға көс еткеһеҙ эштәр ҡушылған.

Ейәндәренә ҡарата опекунлыҡ бурыстарын үтәмәгән, уларҙы тейешенсә тәрбиәләмәгән өләсәйгә ҡарата енәйәт эше асылып, Ейәнсура районы буйынса мировой судьяға ебәрелгән. Ә ҡыйырһытылған балалар әлегә махсус балалар йортона урынлаштырылған.

Сығанаҡ: vk.com/myufa

Фото: moneymade.com 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас