

Йәйҙең тәүге айы сағыштырмаса һалҡын һәм ямғырлы килде, икенсеһе эҫе көндәре менән ҡыуандырҙы. Ә август ниндәй булыр? Росгидромет белгестәре гидрометеорологик бюллетендәренә таянып шуны хәбәр итә: августа илдең күпселек биләмәһендә һауа температураһы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр кимәлендә һаҡланасаҡ. Был – 15,5-16,9 градус йылылыҡ.
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә яуым-төшөм дә нормаға ярашлы була, ләкин Волга буйы федераль округының көньяҡ-көнсығышында, атап әйткәндә, Башҡортостан урынлашҡан ерҙә, улар норманан аҙыраҡ көтөлә. Мәҫәлән, Өфөлә яуым-төшөмдөң уртаса айлыҡ нормаһынан 75 проценты ғына көтөлә (норма –- 54 миллиметр), шул уҡ ваҡытта һауа температураһының был урын өсөн климат нормаһынан (17,6 градус) 1,1 градусҡа юғарыраҡ булыуы ихтимал.
Шулай булғас, августа йылы һәм ямғырһыҙ көндәр күп булыр тип көтәйек.
Фото: otzvip.ru