Йәмғиәт
4 Август 2022, 09:30

Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам юлланды

Ул генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп өсөн тәғәйенләнә

Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам юлландыДонбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам юлланды
Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам юлланды

Автоколонна Өфө районының “Башсельхозтехника” базаһынан Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһына ҡуҙғалды.

Һигеҙ фургонға тейәлгән сираттағы гуманитар йөк генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп өсөн тәғәйенләнә. Фургондарға ағас-таҡта, гипс-ҡатырға, йылылыҡты һаҡлай торған материалдар, сэндвич-панелдәр, радиаторҙар, торбалар, инструменттар һәм башҡалар тейәлгән.

“Бөгөн сираттағы гуманитар йөктө оҙатабыҙ. Колонна составына 21 кеше, 10 берәмек техника, 91 тонна төҙөлөш материалы инә. Мәктәптә бөтә эште ваҡытында башҡарып, яңы уҡыу йылына объектты сафҡа индерергә кәрәк. Шулай уҡ Красный Лучҡа командировкаға ебәрелгән белгестәребеҙгә: медицина хеҙмәткәрҙәренә, мәктәпкә капиталь ремонт яһаған коммуналь эшселәргә һәм төҙөүселәргә оҙаҡ һаҡлана торған дүрт тоннаға яҡын аҙыҡ-түлек алып барабыҙ”, – тине Руслан Насретдинов.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, әле Петровское мәктәбендә республиканан 110 төҙөүсе эшләй. Гуманитар миссия башланғандан алып Башҡортостан Донбассҡа 1400 тоннанан ашыу ярҙам ебәргән. Гуманитар йөк төбәк Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы Луганск халыҡ Республикаһына даими тапшырыла.

 

Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам юлланды
Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам юлланды
Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам юлланды
Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам юлланды
Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам юлланды
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас