Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август , 23:00

Тәтешлеләр нисек көн күрә?

Был тарафҡа командировкабыҙ барышында ошо һорауҙарҙы асыҡланыҡ.

Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?

Майҙаны буйынса Тәтешле Башҡортостандың иң бәләкәй районы булһа ла, тормош унда ҡайнап тора. Бөгөн “Башҡортостан” гәзите журналистары Үрге Тәтешле, Түбәнге Балтас, Шулған, Ҡашҡаҡ, Кәлтәү ауылдарында булып, быға инанып ҡайтты.

Унда  йәшәгән механизаторҙар, уҡытыусылар, умартасылар династиялары, тыуған еренең патриоттары, төрлө конкурстар еңеүселәре менән аралаштыҡ, ҡайын туҙынан һауыттар эшләү, ҡымыҙ бешеү оҫталарын күрҙек, район үҙәгендә һыуүткәргестәргә капиталь ремонт, юлдарға ҡырсынташ түшәү, башҡа төҙөкләндереү барышын ҡараныҡ.

Тәтешлеләрҙең тормош-көнкүреше менән таныштырып, сәфәребеҙҙең башынан аҙағынаса оҙатып йөрөүсе  район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эштәре һәм йәмғиәт менән бәйләнеш бүлегенең баш белгесе Гөлзада Харисоваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, уға эшендә уңыштар теләйбеҙ. Ә инде район тормошо тураһында мәҡәләләр бик тиҙҙән гәзит биттәрендә донъя күрер.

Автор фотолары.

Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Тәтешлеләр нисек көн күрә?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в