Йәмғиәт
4 Август 2022, 14:00

“Улыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашты!”

“Күргәндәренән тәьҫирләнгән Муса Хәбировҡа табан йүгерҙе...” 

“Улыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашты!”“Улыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашты!”
“Улыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашты!”

“Улыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашты. Муса Радий Фәрит улының ҡулын ҡыҫты! – тип яҙҙы социаль селтәрҙә  тележурналист, “Ҡурай” телеканалының директоры, "Байыҡ" бейеүселәр конкурсын ойоштороп алып барыусы Рита Өмөтбаева. – Белмәйем, кемгә оҡшағандыр, бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, етди рәүештә тарих, сәйәсәт, төрлө илдәрҙең дәүләт ҡоролошо менән ҡыҙыҡһына, етәкселәр, президенттар тураһында ҡыҙыҡлы, сетерекле һорауҙар бирә. Уйлап ҡына яуап бирәбеҙ, был темаларға уның менән күберәк атаһы һөйләшә.

Улыбыҙ әйтеүенсә, Радий Хәбиров – Башҡортостандың текә патриоты! Әлеге фотола беҙ ҙур масштаблы сарала – “Башҡорт аты” фестивалендә.

Улыбыҙ бер спорт майҙансығынан икенсеһенә йүгереп йөрөнө, барыһын да күреп ҡалырға теләне: “Тайтулаҡ”ты ла, “Ауҙарыш”ты ла, “Ылаҡ”ты ла, ат сабышын да. Күргәндәренән тәьҫирләнгән Муса Хәбировҡа табан йүгерҙе. Ә уның эргәһендә Башҡортостандың абруйлы ҡунағы – Ҡалмыҡстан Башлығы, Рәсәйҙең иң билдәле кикбоксерҙарының береһе, күп һанлы титулдар эйәһе Бату Хасиков. Улыбыҙ өсөн тарихи һәм иҫтәлекле мәл... Мин, әсәй булараҡ, улыбыҙҙың үҙебеҙ кеүек тыуған ерен, Тыуған илен яратыуы, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тардицияларын һәм йолаларын хөрмәт итеүе өсөн барыһын да эшләйәсәкмен”.  

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/id49620525

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас