

Үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы кешеләр эргәбеҙҙә генә. Тәтешле районына барғанда Ҡәлтәү ауылынан “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсында “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеү яулаған Мәккиә һәм Муллахан Муллахмәтовтар ғаиләһе менән таныштыҡ.
Муллахан ағай оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ауылдың, нәҫеленең тарихын өйрәнеү буйынса күп эштәр башҡара, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Был ғаилә үҙҙәренең шәхси музейҙарын булдырыуҙары менән дә һоҡландырҙы. Муллахан ағай атаһының һуғышта йөрөп ҡайтҡан фляжкаһын да күрһәтте, ҡартатаһының 1821 йылғы самауыры ла ҡәҙерле иҫтәлек.
Улар тураһында мәҡәлә гәзиттә тиҙҙән сығыр, әлегә “Башҡортостан” гәзите төркөмөндәгеләргә Мәккиә апай , Муллахан ағай һәм ҡыҙҙары Зинфираның музыкаль сәләмдәрен еткерәбеҙ.
Автор фотоһы.