Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 11:20

Ап-аҡ булыр селтәрҙәр!

momoyo.ru
Фото:momoyo.ru

Уңған хужабикәләр йәйге миҙгелдә тәҙрә пәрҙәләрен, селтәрҙәрҙе йыуып элергә ғәҙәтләнгән. Генераль йыйыштырыуҙан һуң өй эсе айырыуса балҡып, сафланып китә. Тәҙрә селтәрҙәрен йыуыр, ҡояшта бер аҙ һарғайған өлөштәрен ағартыр өсөн кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.

* Йыуыр алдынан селтәрҙәрҙе мотлаҡ тышҡа алып сығып, яҡшы итеп һелккеләп ҡағығыҙ.

* Пәрҙәләр ныҡ бысранған икән, алдан 5-6 сәғәткә тоҙло һыуға һалып ҡуйығыҙ. Биш литр һыуға дүрт аш ҡалағы тоҙ алына.

* Кер йыуыуҙы машинаға ышанып тапшырһағыҙ, һаҡсыл режимға ҡуйығыҙ. Порошок сифатлы булһын, ағартҡыс өҫтәү (хлорһыҙ!) һөҙөмтәне тағы ла яҡшыртыр.

* Йыуылған селтәргә тағы ла нығыраҡ аҡлыҡ бирергә теләһәгеҙ, “зеленка” йәки “синька” ярҙамға килер. Бының өсөн селтәрегеҙҙе һалҡынса тоҙло һыуға ике тамсы “зеленка” ҡушылған һыуҙа сайҡатығыҙ. “Синька”ны ла (ул хужалыҡ тауарҙары кибеттәрендә һатыла) һыуға самалап ҡына өҫтәгеҙ, һыу үтә күренмәле зәңгәр булһа, етә.

* “Синька” йәки “зеленка” ҡулланыуҙан шикләнһәгеҙ, аш һеркәһе ҡушылған һыуҙа сайҡатығыҙ. 35-40 градус йылылыҡтағы һыуға бер литрға бер аш ҡалағы иҫәбенән аш һеркәһе һалығыҙ. Был ысулдарҙы ҡулланыуҙан селтәрҙәрегеҙ ҡояшта йымылдап, аҡлығы, матурлығы менән оҙаҡ һоҡландырыр.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас в