Йәйҙең һуңғы айына ла аяҡ баҫтыҡ. Көндәр йылы, ҡайһы берҙә хатта эҫе торһа ла, тирә-йүндә көҙ һулышы һиҙелә. Бигерәк тә кистәрен һәм иртәнге сәғәттәрҙә еләҫ, һалҡынса һауа көҙҙөң тәүге сәләмдәрен илтә кеүек. Халҡыбыҙ августы “урағай” тип атай. Шулай уҡ “Август тыуҙы – ауыҙ туңды” тигән әйтем дә билдәле. Мул уңышы менән һөйөндөргән йомарт айға ҡағылышлы һынамыштар тәҡдим итәбеҙ.
* Август ямғырһыҙ килһә, көҙ йылы һәм ҡоро булыр.
* Августа бер нисә тапҡыр йәшен булһа, көҙ оҙаҡ булыр.
* Август башында ҡайында һары япраҡ күренһә, көҙ иртә килер.
* Йылы, ямғырлы август – бәшмәк мул булыр.
* Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
* Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр.
* 7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон булыр.
* Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.
* 16 августа һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ ҡышҡа, йылы ел иҫһә – йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
* 19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро булыр, дымлы булһа – ямғырлы көҙгә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.
* Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас (сөмбөлә тип 22 августан 22 сентябргә тиклемге осор аталған).
* 31 августа әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа, киләһе йылда уңыш мул булыр.
- Кәримә УСМАНОВА