Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 12:27

Әбей бигерәк йәл бит...

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ауылда йорт мәшәҡәттәренән арынып,  ҡайҙалыр сығып китеп булмай. Бер эште  бөтөүгә, башҡалары көтөп тора. Ҡалала юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгән ҡыҙым ялға ҡайтҡас, кейем-маҙар, башҡа кәрәк-яраҡ алайыҡ тип, район үҙәгенә юлландыҡ. Уҡып та, эшләп тә йөрөгән ҡыҙымдың  буш ваҡыты юҡ тиерлек. Шуға уның менән күрешеүҙе һағынып көтөп алам.

Баҙар гөрләп тора, йәнең теләгән бөтә нәмә лә бар, иҫең китер! Аҡсаң ғына булһын. Шулай  йөрөй торғас, байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп тә китте. Ниәтләгән әйберҙәр ҙә ыңғай ғына тура килде. Ҡайтҡас ашарға тәмлекәстәр алырға тип  аҙыҡ-түлек  һатылған сауҙа үҙәгенә юлланһаҡ,  иғтибарыбыҙҙы таяҡҡа таянған ҡарт ҡына әбей йәлеп итте. Ҡулына  укроп, башҡа йәшел тәмләткес  бәйләмдәре тотҡан да эргәһенән үтеүселәргә: “Алығыҙ инде”, – тип үтенә. Шул саҡ ҡыҙым: “Әсәй, ҡулаҡсаң бармы ул? Минеке картала ғына”, – тип һораны. “Юҡ шул, бөткәйне. Укроп һатып алырға йыйынмайһыңдыр бит? Баҡса тулып үҫеп ултыра!” – тип йылмайҙым да юлдымды дауам иттем. “Әбей бигерәк йәл бит...” – ҡыҙымдың һүҙҙәренә әллә ни иғтибар бирмәнем.

Сумка ауырайғас, мин  эскәмйәлә ултырып торҙом. Көнө буйы йөрөгәс, арытҡан. Ҡыҙым сауҙа үҙәге буйлап йөрөп, аҙыҡ-түлек алып килде. Көндөң уңышлы үткәненә ҡәнәғәт булып, тиҙҙән  ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Иртәгәһенә иртәрәк торҙом. Ҡыҙым уянғансы, ул яратҡан итле бәлеште бешереп ҡуйғым килде. Һыуытҡысты асып, аҫҡы йәшниген тартһам, унда ике бәйләм йәшел тәмләткес  ятҡанын  күреп, телһеҙ ҡалдым. Шунда уҡ  үләндәрен тотҡан ялбарыулы ҡарашлы әбей күҙ алдына килде...

- Р. ӘХМӘТГӘРӘЕВА

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас в