Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 09:32

Егәрленең ҡулы етәү

ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Ни ҡәҙәр генә зарланһаҡ та, бөгөн тәүәккәллеге, теләге булған кешегә юҡтан ғына ла аҡса эшләргә мөмкинлек бар. Күптәр уның менән оҫта файҙалана. “Аҡса – аяҡ аҫтында, уны эйелеп ала белергә генә кәрәк” тигән әйтемде тормош девизы итеп алғандарға “Афарин!” тип кенә әйтергә ҡала.

Әлбиттә, һата белер өсөн теләк кенә түгел, һәләт тә кәрәк. Ә бына уныһын инде һәр кем булдыра алмай. Шулай ҙа ауыл ерендә йәшәп, үҙ хужалығында етештергән продукцияның үҙеңдән артҡанын ҡайҙа ҡуйырға, ни эшләтергә?

Ауыл тураһында һүҙҙе һөттән башламайынса булмай. Ни генә тиһәк тә, малсылыҡ – күмәк хужалыҡтарға ла, шәхси булғандарына ла йыл әйләнәһенә килем килтерә торған тармаҡ. Тырыш хеҙмәт менән табылған аҡса ул. Кемдер һөт-ҡаймағын, эремсеген үҙе һата. Мәләүез ҡалаһының үҙәк урамындағы сауҙа рәттәре көн дә иртән һатып алыусылар, сауҙа итергә теләүселәр менән тула.

– Урыны бик һәйбәт, баҙар башланғанын көтөп торабыҙ, – ти исемен әйтергә теләмәгән бабай. – Уңғандар бөгөн иртән һауылған һөтөн, һөттән эшләнгән ризығын, еләк-бәшмәген алып килә. Һайлап алырға мөмкинлек бар, хаҡтары магазинға ҡарағандан байтаҡ осһоҙ.

Арыҫлан ауылында йәшәгән Зөлфиә менән Илфат Көсәкәевтәр дүрт һыйыр аҫрай. “Элегерәк ауылдаштар малды күп көтә торғайны, көтөүлектә 130-лаған баш иҫәптә  ине, хәҙер һаны кәмене. Ә беҙ, ауыл ерендә йәшәп, нисек мал аҫрамайһың, тигән фекерҙәбеҙ. Һөт, ҡаймаҡ, эремсекте өйҙән үк килеп алып китәләр, ҡалаға йомош-фәлән төшкәндә генә алып килеп һатам. Ҡороттоң килограмы – 300, май – 600, эремсек – 120–160, һөттөң литры 40 һум тора.

Бесәнде техника менән сабабыҙ, ирем Илфат Нәзиф улы, өс улым йыраҡтан ялға ҡайтҡан арала мал аҙығы әҙерләүҙә ярҙам итешә”, – ти уңған хужабикә. 17 йәшлек ҡыҙҙары Айһылыу – әсәһенә ҙур ярҙамсы. Йәйге ҡыҙыу осорҙа егәрле ғаиләнең буш торғанын күрмәҫһең. Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай, тип белмәй әйтмәгән халҡыбыҙ.

- Әҡлимә ИМАМОВА

Мәләүез районы

Читайте нас в