Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 11:17

Гөл үҫтерә Миләүшә

Уның иң оло мөхәббәте – бегония.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Гөл-сәскә яратмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр ул. Хеҙмәттәшебеҙ – “Башҡортостан” гәзитенең корректоры Миләүшә Сайтакованы ла уңған хужабикә, гөл үҫтереү оҫтаһы тип беләбеҙ. Уның эш урынында ла, өйөндә лә тәҙрә төптәрен матур гөлдәр биҙәй.

Миләүшә Батыр ҡыҙы башлыса сәскә атҡан гөлдәргә өҫтөнлөк бирә.

– Был мауығыуым тормошҡа сығып, үҙ мөйөшөм булғас башланды. Минеңсә, тәҙрә төбөндәге гөлдәр өйгә үҙенсәлекле зауыҡ бирә. Уларҙың төрлөһөн үҫтерәм – яран, глоксиния, цикламенды яратам, әммә иң оло мөхәббәтем – бегония. Белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалып, интернеттан мәғлүмәт туплап, ошо гөл менән ҡыҙыҡ­һына башланым. Бегонияның 200-ҙән ашыу төрө бар. Сәскә атмай торғандары ла, бәрәңгенән, ботаҡтан үрсегәндәре лә бихисап, – ти уңған хужабикә. 

Миләүшә бегонияның йыл әйләнәһенә сәскә атҡан “Элатиор” сортын үҫтерә.  “Тәрбиәләү бик үк мәшәҡәтле түгел, бары тик ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим. Ҡояш нурҙары тура төшөп тормаған ергә, көнбайышҡа ҡараған тәҙрә төбөнә ултыртырға кәрәк, сөнки бегония һалҡынса урынды үҙ итә. Уртаса дымлылыҡты ярата, төбө ҡороп китмәһен өсөн тикшереп тороу мөһим.  Бегонияның был сортын ике йыл һайын яңыртып тороу шарт, ул ботаҡтан үрсей. Күсереп ултыртҡанда һатыуҙағы әҙер тупраҡты һайлау яҡшыраҡ”, – ти Миләүшә.

Хеҙмәттәшем менән әңгәмә барышында үҙем өсөн байтаҡ яңылыҡ белдем. Мәҫәлән, бегонияның ботағы һыуҙа оҙаҡ тамырлана, шуға күрә уны тупраҡҡа ҡаҙап, быяла банка менән ҡаплап ҡуйһаң, аҙна тирәһендә ерегеп китә икән. Сәскә ата башлаһа, бо­таҡтары һынмаһын өсөн таяуҙар ҡуйыу ҙа мөһим. Шулай уҡ был гөлдөң ­әй­лән­дереп, урынынан күсергәнде үҙһенмәүе, сәскәгә тумаланып, атҡансы бер урында торһа, яҡшыраҡ булыуы хаҡында ла кәңәштәрен бирҙе Миләүшә Батыр ҡыҙы.

Ғөмүмән, гөлдәрҙе аҙна-ун көн һайын туҡландырып торорға кәрәк, бының өсөн кибеттә ашламалар бихисап. Бары тик үҙегеҙгә оҡшағанын, үҫтергән гөл-сәскәләрегеҙгә тура килгәнен һайлап алыу ғына шарт.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас в