Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 09:26

Халҡым ҡыҙы

Милләтенең ҡалҡаны, ҡурсалаусыһы ул.

Башҡорт халҡының күренекле шәхестәре бик күп. Һәр заман милләтебеҙҙең аҫыл ул-ҡыҙҙары һүҙен әйтеп, дәүер ҡуйған һорауҙарға тап шул ваҡытҡа кәрәкле фекерен белдерә, мәғрифәтселек менән башҡорт асылына, дәүләтселек файҙаһына, кешелеккә хеҙмәт итә.

Быйыл үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән шағирә, журналист, дәүләт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованы йәш саҡтан беләм. Беҙҙең фамилиялар ҙа Ситдиҡова бит, шуға күрә минән, һин  уның ҡыҙымы әллә, тип һораған кешеләр ҙә булды. Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә көс түккәндә уның рухташы, теләктәше булырға яҙһын!

Студент саҡтарҙан арыу ғына йылдар үткән, шуға күрә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы тураһында әйтер һүҙем йылдар дауамында тупланып килгән.

Гүзәл Ситдиҡованың ҡайһы сифаты хаҡында һөйләйем икән? Журналист тураһындамы? Ул – башҡорт телендә тәүгеләрҙән булып район баҫмаһын сығара башлаған ҡәләм оҫтаһы, баш мөхәррир, ойоштороусы (бында электән сығып килгән Бөрйән районының гәзитен иҫәпкә алмайым). Бына ҡайҙа ул милләтең өсөн хеҙмәт! Мин башҡорт тип ҡысҡырып тороу кәрәкмәй, тотаһың да аныҡ эш башҡараһың.

Тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡова хаҡында һүҙ әйтергәме? Был турала ла мин оҙаҡ һөйләй алам. Ул туған теленең һутын, татын белеп, тәржемә иткәндә һүҙҙәр, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр тап башҡортса нисек яңғырарға тейешлеген тәрән аңлап ижад иткән яҙыусы. Юҡҡа ғына уның тәржемәләре халыҡ-ара кимәлдә баһа алманы, китаптары ла сыҡты, Рәсәйҙә тәржемә буйынса лауреат исеменә лә лайыҡ булды.

Балалар яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡова хаҡында шулай уҡ кинәнес менән оҙаҡ һөйләй алам: әкиәт итеп тә яҙыр инем, шиғыр итеп тә, хикәйәләп тә була. Ул  кескәй кешенең үҫешен сағыу образдар аша сағылдырып, башҡорт балалар әҙәбиәтенә үҙе бер яңы һулыш индерҙе. Быны мин балалар әҙәбиәтендә ҙур ҡаҙаныш тип атар инем. Ошоноң менән бергә ул башҡорт балалар журналистикаһы үҫешенә лә ҙур өлөш индерҙе. Улар шағирә Факиһа Туғыҙбаева менән бергә кескәй башҡорттар өсөн “Аҡбуҙат” журналын ойоштороу өсөн аҡыл, йөрәк, зиһен көсөн һалды. Әгәр бөгөн “Аҡбуҙат”, “Әллүки” журналдары нәшер ителә икән, был фәҡәт уларҙың изге ниәтенең тормошҡа ашыуы. Әҙәбиәт өлкәһендә Һәҙиә  Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы уға бик килешә! Милли матбуғат менән милли балалар әҙәбиәте үҫеше ныҡ  тығыҙ бәйле.

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты булғанда,  Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы милли баҫмаларға бәйле мәсьәләләр хәл ителгәндә генә түгел, Рәсәйҙең көслө төбәге булған Башҡортостандың хоҡуҡи нигеҙҙәрен тағы ла нығытыр өсөн дә фиҙакәр эшләне. Тел, милли баҫмалар өсөн көрәш – быға асыҡ миҫал.

Тәүҙә әйткәнемсә, Гүзәл Ситдиҡова хаҡында оҙаҡ һәм ихлас күңелдән һөйләй алам. Үрҙә һанап үткәндән һәр хеҙмәтендә беләһегеҙме ул кем? Көрәшсе-тәрбиәсе! Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, иң тәү итеп тәрбиә эшен алып барған, алып бара. Шуға күрә быйыл  “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнеүе – уның ғүмер буйына балалар, йәштәр, йәмғиәт менән алып барған фиҙакәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.

Көрәшсе сифаты бигерәк тә интернет селтәре барлыҡҡа килгәс асыҡ күренде. Башҡорт халҡына милли, хоҡуҡи, дини, тел, кейем, ер, ил мәсьәләләре буйынса төрлө яҡтан ташланыусылар табылды. Хәйер, халҡыбыҙ араһында ла белеме самалылар бар. Интернетта бит һәр кем үҙенә үҙе хужа: нимә теләй, нимә уйлай, ниндәй фантазияға бай – шуны яҙа. Бындай хәлдә милләтеңде яҡлап (хатта үҙ-үҙенән) һүҙ әйтер өсөн тарихты яҡшы белергә, аҡыллы итеп заманса фекер йөрөтөргә һәм иң мөһиме – ошо милләттең вәкиле икәнеңде бер ҡасан да иҫеңдән сығармайынса, юғары рухи кимәлде тоторға кәрәк. Гүзәл апай был һынауҙы лайыҡлы үтте. Төрлө социаль селтәрҙәрҙә халҡыбыҙға яҫҡынып ниндәй генә бәхәстәр сыҡманы, уның үҙенә нимә генә тип ташланманылар.Имеш, булмаған мәғлүмәт менән милләтен яҡлай, тип ғәйепләүселәр ҙә табылды, ләкин Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы үҙенең, халҡының баһаһын түбән төшөрөп аралашманы. Ул тапҡыр рәүештә һүҙен әйтте, хатта закондарға нигеҙләп, милләтен ҡурсаланы, ҡалҡан булһа булды, таш атманы. Былар барыһы ла уның боронғо асыллы халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы булыуы хаҡында һөйләй. Юҡҡа ғына уны күргән һайын: “Гүзәл апай – һин гүзәл апай!” – тимәйем, уның көсөнә, рухи юғарылығына, аҡылына һоҡланып, уның янында үҙемде лә ҡурсаулы тойоп, хатта бер ни тиклем иркәләнеп. Халҡым ҡыҙы!

- Лариса АБДУЛЛИНА

Читайте нас в