Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 10:30

"Көслө булырға тейешбеҙ"

Башҡортостан йәштәре Бөтә Рәсәй форумының стратегик сессияһында ҡатнашты.

"Көслө булырға тейешбеҙ"
"Көслө булырға тейешбеҙ"

Башҡортостан йәштәре Бөтә Рәсәй форумының стратегик сессияһында ҡатнашты.

“Фекерҙәр биләмәһе-2022” тип аталған Бөтә Рәсәй форумы 2015 йылдан алып үткәрелә. Быйыл уның “Халыҡтар күп – Тыуған ил берәү” стратегик сессияһында Башҡортостандан да йәш әүҙемселәр ҡатнашты. Мәләүез ҡалаһынан Игорь Ефимов Рәсәй йәмғиәтенең берләшеүенә комплекслы рәүештә ҡарарға – йолалар һәм ғәҙәттәр тураһында һөйләргә кәрәк, тип иҫәпләй.

- Илебеҙ әле ҡатмарлы шарттарҙа йәшәй, шуға күрә көслө булырға тейешбеҙ. Бының өсөн барыбыҙға ла берләшергә һәм бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә кәрәк, - ти Игорь Ефимов.

Башҡортостандан икенсе ҡатнашыусы, Бөтә Рәсәй “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе, Өфө ҡалаһы Советы ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт ойошмаһы Алһыу Юлмөхәмәтова бындай форумдарҙың үҙ проектыңа грант яулау, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге әүҙем йәштәр менән танышыу өсөн шәп мөмкинлек булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, йәштәрҙең карьера үҫеше өсөн бөтә шарттар бар. “Эйе, донъя алмашына, дәүләттең эске сәйәсәтен дә алмаштырырға, уны тышҡы шарттарға адаптацияларға кәрәк”, - тигән фекерҙә ул.

Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук Башҡортостан йәштәренең уңыштарын юғары баһаланы. “Йәштәребеҙ барлыҡ смена-берләшмәләрҙә ҡатнашты, бөтә йүнәлештәр эксперттары менән аралашты, проекттарын грант конкурстарына күрһәтте. “Ҡала” сменаһынан Нурия Кинйәбәаева “Йондоҙ менән экскурсия” проектына 123 мең һумлыҡ грант менән ҡайтты. Ә Семен Никишиндың ССУЗдарҙың “Ижад итеүселәр командаһы” педагогик специальностары буйынса берҙәмлеге” проекты “Идара итеү” сменаһында бер миллион һум күләмендәге ярҙам алды”, - тип белдерҙе.

Фото: mger.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в