Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 11:22

Мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡамыр

koolinar.ru
Фото:koolinar.ru

Тиҙ генә әҙер була торған, һәр төрлө ризыҡ бешерергә яраған ҡамыр рецебы тәҡдим итәбеҙ. 

Ҡамыр өсөн кәрәк: бер стакан кефир, ярты стакан көнбағыш майы, бер балғалаҡ (5-6 грамм) ҡоро сүпрә, бер сәй ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо, өс стакан самаһы он.

Әҙерләү барышы: кефирға көнбағыш майын ҡушып, әҙерәк йылытабыҙ, тоҙ менән шәкәр өҫтәйбеҙ, иләнгән ондо сүпрә менән бутайбыҙ, ондоң өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ябып, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡансы эслек әҙерләйбеҙ. Майлы табаға әҙер бәлештәрҙе, күмәстәрҙе теҙеп сығабыҙ. Мейес йылынғансы, 10 минут тирәһенә ҡабартырға ҡуябыҙ. Артабан бәлеш өҫтөнә туғылған йомортҡа һөртәбеҙ.

Мейестең ҡыҙыулығына ҡарап, өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ. Был ҡамырҙан йәнегеҙ теләгән ризыҡ бешерергә була: пицца, бәлештәр, күмәстәр, бөйөрөктәр. Ҡамыр һәр ваҡыт уңа. Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

 

Читайте нас в