Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 09:30

Моңдан туҡылған бәхет

Сәлимә менән Рөстәм Ғарифуллиндарҙың ғаиләһе – күптәргә үрнәк.

ғаилә альбомынан.
Фото:ғаилә альбомынан.

Сәхнә йәме булып, һәр сараның уртаһында ҡайнаған моң эйәһе Сәлимә – һөнәре буйынса тәрбиәсе. ХI класты уңышлы тамамлап, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә – уҡытыусы әсәһенең юлын һайламаҡ була.

Сәлимә – ун беренселә, Рөстәм унынсы класта уҡығанда йәштәр араһында мөхәббәт хистәре уянып, улар дуҫлашып йөрөй. Мәктәпте тамамлағас, Рөстәм, һөнәр алыу ниәте менән, Йылайыр ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә.

Баш ҡалалағы Сәлимәһен юҡһынған егет бер йылдан Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Күп тә үтмәй, 2000 йылда йәштәр сәсен сәскә бәйләй – гөрләп туй үтә.

Йәш ғаиләнең һөйөү емеше булып, бер-бер артлы балалары тыуа: Ғәҙел, Лилиә, Алтынай, Ынйы һәм Хансура. Алты айлыҡ ҡына балаһы булған Сәлимә туған мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып эшләп тә өлгөрә. Аҙаҡ инде донъя, балалар баҫа – йәш әсәгә БДУ-ның өс курсы менән мөрхәтһенергә тура килә. Күңеле моңға тартылған һылыу үҙенең мәктәп түгел, ә сәхнә кешеһе икәнен нығыраҡ аңлай. Бала сағындағы хәтирәләре лә ошоға дәлил: “Беҙҙең күршелә генә Ғәйшә инәй йәшәне. Өй алдындағы эскәмйәгә сығып ултырһаҡ, ул миңә көйләп тороп “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” һәм башҡа эпостарҙы һөйләр ине. Һыуһылыуҙың сәсен тарағанын айырым бер диҡҡәт менән көйләй. Кескенә миңә шул етә ҡала – өйгә йүгереп ҡайтам да, башыма колготки кейеп алып (уның ике бото сәс толомо була, йәнәһе), әйҙә ҡыланам. Ошо Ғәйшә инәй минең күңелгә йыр-моң ойотҡоһо һалғандыр, бәлки, йә моң юлын һайларға сәбәпсе булғандыр...

I класта уҡығанымда тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡтым. Әсәйем “Ҡарабай”ҙы өйрәткәйне, шуны йырлап сығыш яһаным.

БДУ-ла уҡығанда ла йырлап йөрөнөм. Әлиә Сәмиғуллина исемле апай сәнғәт институтына алып барҙы. Шунда Флүрә Ноғоманова янына индерҙе, шул апайға йырлап күрһәттем. Ул: “Бөгөндән үк имтиханһыҙ уҡырға алам, БДУ-ла ситтән тороп уҡырһың”, – тине. Ул осор сәнғәт институтына уҡырға инеү бик ауыр ине.

Йәш саҡта аҡыл яғы ҡайҙа – Рөстәмһеҙ тормошто күҙ алдыма ла килтерә алмаған иләҫ-миләҫ саҡ. Сәнғәт институты көтөп торор тип, кейәүгә сығып, ауылға ҡайттым да киттем. Унан инде бер-бер артлы балалар тыуҙы, хыялдар теҙмәһен бойомға ашырыу икенсе планға ҡалды. Мәктәптән һуң балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә барҙым, ауыл хакимиәтендә йәштәр эше буйынса белгес булып та, ауыл мәҙәниәт йортонда ла эшләргә тура килде. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, йыр-моң юлдашым булды. Ошо ваҡыт мин сәхнәһеҙ йәшәй алмағаныма төшөндөм. Миңә йырларға, күңелемдәген халыҡҡа еткерергә кәрәк. Балаларым да йыр-моңға тартыла. Район үҙәгендә йәшәһәк, бәлки, мин уларҙы сәнғәт мәктәбенә бирер инем. Шулай ҙа һәр береһе үҙ юлын табыр, тип ышанам. Биш балам да, ирем дә йырлай. Ғөмүмән, ғаиләбеҙ менән сәхнә кешеләребеҙ – һәр сараның уртаһында ҡайнайбыҙ.

Өлкән улым Ғәҙел Өфөлә йылға техникумын тамамлап, хәҙерге көндә Калининградта әрме хеҙмәтен үтәй. Лилиә Өфө экология, дизайн һәм эшҡыуарлыҡ колледжының һуңғы курсында уҡый, артабан уҡырға теләге бар. Алтынай – IX, Ынйы – III, төпсөк Хансура – I класта.

Балаларымды үҙебеҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ нисек тәрбиәләгән, шулай тәрбиәләргә тырышабыҙ. Әсәйем беҙгә эш ҡушып китә – шуларҙы һис шикһеҙ үтәп ҡуя инек. Ул ҡайтыуға һыу ташылған, утын индерелгән, өй йыйыштырылған, ашарға бешерелгән. Ата-әсә һүҙе һәр саҡ закон булды, шуға ла тәртип булғандыр, тим. Ҡайным менән ҡәйнәмдең дә биш бала. Улар – үҙҙәре тере өлгө, барыһын һыйындырып, аҡыллы кәңәштәрен биреп ултыра. Беҙ өйләнешкәндә, ҡәйнәм үҙе лә йәш ине. Рөстәмгә баштан уҡ: “Мин үҙ баламды яҡшы беләм һәм һәр ваҡыт киленемде яҡлашасаҡмын”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Әле булһа һүҙендә тора.

Беҙҙең ғаиләлә Рөстәм – баш. Артыҡ уҫал булмаһа ла, балалар уның ни әйтерен ҡарашынан аңлай. Атай һүҙен йыҡмаҫҡа, уны хөрмәт итергә тигән ҡағиҙә бар, һәм мин ошоға шатмын. Ғаиләбеҙҙең үҙенә генә хас йола-тәртиптәре лә бар: форсат сығып, күмәк йыйылһаҡ, тәбиғәткә ял итергә, сәй эсергә сығабыҙ. Рөстәм әле алыҫ Ямал ярымутрауындағы Харасавэйҙа тимер-бетон конструкциялар монтажсыһы булып эшләй. Вахтанан ҡайтҡан арала ихлас итеп донъя көтөшә, балалар менән булырға тырыша. Ҡыҫҡаһы, ғаиләм – ҡәлғәм, тип әйтерлек рәтем бар. Балалар әле башҡаланмаған. Киләсәкке яҙмыштары яҡты, матур булһын тип доға ҡылып ҡына торам. Ошо тулы һәм маҙалы бәхетемдән айырмаһын”, – ти Сәлимә.

Эйе, тормош сәхнә кеүек кенә түгел, әммә беҙҙе төрлө сүрәткә, халәткә индереп, үҙ ҡурайына бейетә, спектакль ҡуйҙырта. Ошо тамашаны үҙ холоҡ-булмышы менән трагедияға, комедияға әйләндергәндәр ҙә юҡ түгел. Ә Ҡыпсаҡтың моң эйәһе Сәлимә (ул инде хәҙер нисәмә тапҡыр район, республика йыр-моң конкурстарында Гран-при, беренсе урындар яулап, арыу ғына ижади уңышҡа өлгәшкән йырсы) менән уның йәнкәй-йәнәше Рөстәм тормоштарын үҙ көйҙәренә көйләгән дә, бер-береһенә һөйөү-ихтирамды, күңелдәрҙе аяп-ҡурсыуҙы юлдаш итеп, ғаилә карабын үҙҙәренә генә тәғәйен йырҙанан йырлай-моңлана ағыҙа. Ошо камил бәхеттәрен Аллаһ Үҙе һаҡлай күрһен!

- Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Бөрйән районы

Читайте нас в