Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 09:01

“Орлан” – ышаныслы ҡулдарҙа

Ҡала яны поездарында хеҙмәтләндереү яңыра.

Айрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Башҡортостан тимер юлсылары 2022 йылдың тәүге яртыһында ҡала яны поездарында пассажирҙар йөрөтөү буйынса сираттағы рекордҡа өлгәште. Быйыл был транспорт төрө менән файҙаланыусылар һаны 17 процентҡа артҡан – 1,8 миллион кешегә еткән. Пассажирҙар ағымы пандемияға тиклемге 2019 йылға ҡарағанда ла күберәк. Көн һайын республикала ҡала яны поездары хеҙмәтенән 10 мең самаһы кеше файҙалана. 2500 пассажир сәйәхәткә “Ҡарлуғас” һәм “Орлан” рельслы автобустарын һай­лай. Яңы электр поездары Өфө – Приют – Абдулла һәм Өфө – Күмертау – Ырымбур маршруттары буйынса йөрөй.

Ҡала яны поездарында яңы хеҙмәттәр һәм сервистар – “Бортта буфет”, “Бортта wi-fi” һәм мобиль ҡорамалдарға көс йыйыу мөмкинлеге индерелә. “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте һәм Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан Өфө ҡала тимер юл транспорты системаһын интеграциялау буйынса этаплы эш алып барыла.

Ошо көндәрҙә Өфөнән Раевкаға яңы “Ҡарлуғас” йөрөй башланы. Заман талаптарына яуап биргән биш вагонлы поезд ҙур ихтыяжлы ҡала яны маршрутын көн һайын хеҙмәтләндерә. Юлға бер сәғәт 40 минут ваҡыт китә. Ул Дим, Шишмә-1, Шөңгәккүл һәм Дәүләкән станцияларында туҡтай. Шуны ла әйтергә кәрәк: яңы “Ҡарлуғас”тар йөрөй башлағандан алып пассажирҙар ағымы тәүлегенә 300-ҙән 600 кешегә тиклем артҡан. Быға махсус юл йөрөү тарифтары индерелеүе лә булышлыҡ итә.

Тимер юлы хеҙмәтлән­дереүе­нең сифаты яҡшырыуына, яңы транспорт саралары алыныуына тармаҡ хеҙмәткәрҙәре лә ҡыуана. Машинист ярҙамсыһы Марс Мәхийәнов әйтеүенсә, “Орлан”, “Ҡарлуғас” – бик уңайлы электр поездары.

– “Орлан” рельслы автобусында эшләү ныҡ оҡшай. Бик уңайлы, пассажирҙар өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Ҡышын вагондар  йылы, йәй көндәрендә кондиционер һыуыта. Өфөнән Күмертауға барып етеүгә юлға 3 сәғәт 52 минут китә, – тип һөйләне Марс Ғәйнулла улы.

Әйткәндәй, Марс Мәхийәнов бала саҡтан тимер юл машинисы булырға хыялланған, әммә ул мәлдә ошондай уңайлы, заманса поездарҙа йөрөрмөн тип уйлап та бирмәгәндер. Бөгөн ул – машинист ярҙамсыһы, тимер юл тармағының алдынғы хеҙмәткәре. Уға “Орлан” рельслы автобусын ышанып тапшырғандар.

Марс Ғәйнулла улы 1993 йылда Сибай ҡалаһында тыуған. Әсәһе – шәфҡәт туташы, атаһы – токарь, яҡын туғандары араһында ла тимер юлында эшләгән кеше юҡ.

– Бәләкәйҙән машинист булырға хыялландым. Белоретта йәшәгән туғандарға поезда, электричкала бара инек. Шул саҡтан тимер юлын оҡшаттым, поездың оҙон рельстар буйлап алға елеүен күҙәтергә яраттым. Сибай ҡалаһында 8-се урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 44-се һөнәри техник училищеға машинист ярҙамсыһы һөнәренә уҡырға индем, – ти егет.

Марс 2013 йылда, ҡулына диплом алғас, Өфө эксплуатациялау депоһында машинист ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлай, ә 2020 йылда Дим мотор-вагон депоһына күсә. Әле уларҙың бригадаһы “Орлан”да Өфө – Күмертау, Өфө – Айғыр маршруттарын хеҙмәтлән­дерә.

– Иңебеҙгә ҙур бурыс һалынған, сөнки составтың төҙөклөгө, пасса­жирҙарҙың ғүмере өсөн яуаплыбыҙ. Теүәл расписание буйынса ғына йөрөргә тейешбеҙ. Миңә бында бөтәһе лә оҡшай. Депола поездар составы яңыртыла, заманса техникала эшләү күңелле. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында алабыҙ, эш графигы ла уңайлы. Предприя­тиебыҙ хеҙмәткәрҙәре алдындағы социаль бурыстарҙы теүәл үтәй: торлаҡ алыуға ташламалы ипотека бирелә, хеҙмәт торлағы тәҡдим ителә, шифаханаларға юлламалар бүленә, Затон биҫтәһендәге реабилитация үҙәгендә һаулыҡты нығытырға мөмкин. Ғөмүмән, тимер юлында эшләү өсөн һау-сәләмәт булырға кәрәк, шуға ла бында хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлегенә иғтибар ҙур, – ти Марс Мәхийәнов.

Марс Ғәйнулла улы һөнәрен камиллаштырыуға ла ҙур иғтибар бирә. Яңыраҡ Воронеж ҡалаһында “Орлан” рельслы автобустар серияһын йөрөтөү буйынса курс үткән. Киләсәктә ҡала яны поездары машинисы булырға хыяллана. Әле ул тәжрибәле машинист Тимур Тәҡиуллин менән бер бригадала эшләй. Әйткәндәй, Тимур Федорович быға тиклем пассажирҙар поезында машинист булып эшләгән, һуңынан ҡала яны поезына күскән.

Ғөмүмән, пассажирҙарҙы үҙ эшен яратҡан, ышаныслы егеттәр хеҙмәтләндерә. Шуғалыр ҙа инде тимер юлы иң хәүефһеҙ транспорт сараһы һанала.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас в