Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 08:55

Пластик шешә баҡса биҙәге була ала

Оҫта ҡулында сүп-сар ҙа "сәскә ата". 

Пластик шешә баҡса биҙәге була ала
Пластик шешә баҡса биҙәге була ала

Бөгөн көнкүрешебеҙҙәге ҡалдыҡтарҙың күп кенә өлөшөн пластик әйберҙәр тәшкил итә. Күпме пластик шешә, ҡап, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр сүп-сар полигонына түгелә. Ә бит ул тиһ тарҡалмай, серемәй торған материал. Һуңғы йылдарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын икенсел эшкәртеү өсөн айырым йыйыуҙы ойошторған урындар күбәйә бара, әммә беҙҙең халыҡты был тәртипкә өйрәтер өсөн йылдар кәрәк буласаҡ.

Ә бит шул уҡ пластикҡа көнкүрештә лә икенсе “ғүмер” бүләк итеп була. Күп кенә хужабикәләр аҙыҡ-түлектән бушаған контейнерҙарҙы емеш-еләк туңдырыу өсөн оҫта файҙалана. Пластик шешәләрҙән баҡса өсөн төрлө биҙәү әйберҙәре эшләгән оҫталар ҙа етерлек.

Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәгән йәш эшҡыуар Азамат Сыңғыҙовты йүнсел, эшкә бөтмөр йорт хужаһы тип беләләр. Ул арыу уҡ йылдар малсылыҡ тармағы менән шөғөлләнгәндән һуң, был тармаҡты ҡалдырып, күмер яғыу, уны һатыу эшенә тотонған. Азамат әҙерләгән күмерҙең сифатын тирә-йүндә бик яҡшы беләләр.

Кәләше Ләйсән менән ҡорған донъяһында, заманса шарттары булған ике ҡатлы өйөндә ҡот уйнап тора. Азамат баҡса, ихата эсен пластик шешәнән эшләгән бихисап әйберҙәр менән биҙәгән. “Һуңғы йылдарҙа был шөғөлгә ваҡыт бүлә алғаным юҡ. Булғандарын интернет селтәренән ҡарап өйрәнеп эшләгәйнем”, – ти Азамат. Элегерәк ошо пластик әйберҙәре менән район кимәлендә үткәрелгән сараларҙағы күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашҡан ул. 

Бына шулай, ҡулың эш белһә, күңелең зауыҡҡа ынтылһа, күптәр сүп-сар тип һанаған пластик һауыттарҙы ла файҙалы әйбер итеп була.

Фотолар: А. Сыңғыҙовтың шәхси архивынан һәм интернет селтәренән.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в