Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 16:00

Шишмә районы хакимиәте башлығына нимә булған?

Ул был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙе яҙҙы. 

Шишмә районы хакимиәте башлығына нимә булған?
Шишмә районы хакимиәте башлығына нимә булған?

Кисәге көнгә тиклем Шишмә районы хакимиәте башлығы булған Ришат Мансуров “Бәйләнештә” селтәрендә былай тип яҙҙы:

– 4 августа Шишмә районы хакимиәте башлығы вазифаһына булған контрактым тамамланды, минең вәкәләттәрем туҡтатылды, – тигән Ришат Мансуров. – Бындай яуаплы вазифала тәүге тапҡыр инем, уның ҡарауы, ниндәй йүнәлештә эшләргә тейешлегемде алдан белдем. Был ябай булмаған осор булды, әммә бик һөҙөмтәле эшләнек. Әгәр ҙә яҡшы команда булмаһа, алға ҡуйылған бурыстарҙы йырып сыға алмаҫ инек.

Әйткәндәй, конкурс үткәнгә тиклем Ришат Мансуров әлегә Шишмә районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡара.

Фото: Ришат Мансуровтың социаль селтәрҙәге сәифәһенән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в