Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 09:27

Туҡымаһын да үҙе туҡый!

Зөһрә Ғәмбәрованың шәхси архивы.
Фото:Зөһрә Ғәмбәрованың шәхси архивы.

Ҡул эш белһә, юғалып ҡалмаҫһың. Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауыл клубы мөдире Зөһрә Һибәтулла ҡыҙы Ғәмбәрова өлгөһөндә лә быны асыҡ күрергә мөмкин. Бынан бер йыл самаһы элек замансаға яраҡлаштырылған станок һатып алып, тәүҙә эштең айышына төшөнөү маҡсатында буй балаҫ һуғып ҡарай. Һуңғараҡ ептәрҙән үҙе туҡыма туҡып, бер яғына – әҙер, икенсе яғына туҡылған материал ҡулланып  сумка тегә. Формаһын тотһон өсөн төбөн эшләй, эслек, кеҫәләрен дә теккәс,  бик ҡупшы әйбер килеп сыға.

– Киләсәктә тулыһынса үҙем туҡыған туҡыманан ғына сумка тегергә тигән дәртем дә бар. Бындай сумка магазинға йөрөр өсөн дә уңайлы. Полиэтилен пакеттар менән сағыштырғанда ул оҙаҡ хеҙмәт итә, икенсенән, экологик яҡтан да файҙалы. Киләсәккә тағы ла бер ҙур хыялым – аҫалы балаҫ һуғыу. Беҙҙең ауылда бик боронғо балаҫ һаҡланған. Шуның биҙәктәрен ҡулланып,  яңы һулыш биргем килә,  –  ти ҡул эше оҫтаһы.

Зөһрә Һибәтулла ҡыҙының  ҡул эше менән  ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан килә.  Ун балалы ҙур ғаиләлә – һигеҙ ҡыҙ,  улар барыһы ла ҡул эштәренә өйрәнә.

– Әсәйем тегергә лә, бәйләргә лә оҫта булды. Төн эсендә  бер пар ойоҡбаш бәйләр ине. Ҡуян аҫрап, мамығынан шәл бәйләне, юрған да һырыны. Беҙҙе лә белгәненә өйрәтте. Апайҙарым да барыһы ла ҡул эшенә маһир. Мәҫәлән, Райхана апайым – ҡорама ҡорау оҫтаһы,  станок алып, туҡыу эшен дә өйрәнә, –  тип һөйләне ул.

Маһир кешенең даны тиҙ тарала. Зөһрә Ғәмбәрованы  оҫталыҡ дәрестәре уҙғарырға башҡа ауылдарға  ла саҡыралар, ауылдаштары, таныштары ла йыш мөрәжәғәт итә. Оҫтабикә берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡмай, белгәндәре менән уртаҡлаша.

 

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Ишембай районы

Читайте нас в