Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 22:00

Йыһан станцияһы менән тура бәйләнеш буласаҡ

Башҡортостн Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән

Йыһан станцияһы менән тура бәйләнеш буласаҡ
Йыһан станцияһы менән тура бәйләнеш буласаҡ

Башҡортостн Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән. Унда түбәндәге юлдар бар:

“Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетындағы хеҙмәттәштәребеҙгә рәхмәт әйтке килә. Быйыл йәй Донбасстан килгән  500 уҡыусы өсөн «Университет сменалары» ойошторолдо. ӨДАТУ-ла өлкән класс уҡыусылары белем биреү курсы үтте һәм тәжрибәле уҡытыусылар һәм вожатыйҙар менән ваҡыт уҙғарҙы. Йәш ҡунаҡтарыбыҙға ҡала буйлап экскурсиялар ойошторҙолар, «Рәсәйҙе Башҡортостан аша асабыҙ» өҫтәмә программаһы аша беҙҙең төбәк менән таныштырҙылар.

Башҡорт дәүләт университеты өсөнсө смена ойошторҙо, унда үҫмерҙәр Өфөлә һәм Йәрмәкәй районында «Көлсөм» спорт-сәләмәтләндереү лагерында ял итә, бер юлы белем дә ала. Балалар спорт, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, Өфөнөң һәм республиканың иҫтәлекле урындарына бара.

Иртәгә, 6 августа, ӨДАТУ Донбасстан килгән балаларҙың яңы төркөмөн көтә. Уларға, шулай уҡ, белем биреү блоктары, ҙур экскурсиялар, спорт һәм күңел асыу саралары ойоштороласаҡ. Сменаның төп үҙенсәлеге - Халыҡ-ара йыһан станцияһы менән бәйләнеш сеансы буласаҡ. Уны трансляциялау университеттың төп майҙанында уҙасаҡ”.

Фотолар Максим Забелиндың шәхси сәхифәһенән.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в