

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яңы яҙма һәм видео менән уртаҡлашты. Нефтекама ҡалаһына эш сәфәе барышында республика етәксеһе урындағы баҙарҙы ҡарап, үҙ баҡсаһында үҫтерелгән уңыш менән сауҙа иткән кешеләр менән аралашты, сауҙа итеү мөмкинлегенең нисек булыуы менән ҡыҙыҡһынды, хатта уларҙан йәшелсә лә һатып алды.
– Эшләргә ҡушҡан бурыстың төп асылы – урындарҙа хакимиәт башлыҡтары, әбей һәм бабайҙар үҙ баҡсаһында үҫтергән уңышты һата алһын өсөн, уңайлыҡтар тыуҙырырға тейеш ине, – тигән Радий Хәбиров. – Нефтекама ҡалаһындағы ише, бәғзе берәүҙәр мине ишетте һәм улар өсөн бик яҡшы урам кибеттәре төҙөгән. Ә икенселәр әлегә был эш менән шөғөлләнеү өҫтөндә. Ғөмүмән, бурыс – ябай халыҡ үҙе үҫтергән уңышты ситкә сыҡмай, өйө янында һата алһын.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, урындағы халыҡ сифатлы аҙыҡ-түлекте арзан хаҡҡа һатып алһын. Өй шарттарындағы импортҡа алмаш.
Әйткәндәй, баҡсаһындағы уңышты һатыусыларға урын бушлай бирелә.
Фото: thebigtrip.ru