Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
Кисә, 11:15

Башҡалар Башҡортостандан өйрәнә

Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре әҙер документтың күсермәһен эшләй, мисәтте һәм ҡултамғаны тикшерә.

Башҡалар Башҡортостандан өйрәнә
Башҡалар Башҡортостандан өйрәнә

Өфөлә Күп функциялы үҙәктең үҙәк офисында журналистар өсөн брифинг ойошторолдо. Унда Күп функциялы үҙәк һәм Башҡортостан буйынса Рәсәй федераль һалым хеҙмәте идаралығы араһында эштәрҙе (ИНН юллағанда) ҡағыҙһыҙ башҡарыуҙы күрһәттеләр.

– Документ әйләнешен электрон вариантҡа күсереү документтарҙы илтеү ваҡытын ҡыҫҡартты һәм 300 һум күләмендә дәүләт пошлинаһын түләүҙән (ИНН юғалған һәм яраҡһыҙға әйләнгән осраҡ) арындырҙы, – тине Башҡортостандағы Күп функциялы үҙәктең директоры Наталья Куприянова. – Шуны әйтеү мөһим, Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре әҙер документтың күсермәһен эшләй, мисәтте һәм ҡултамғаны тикшерә. Бөгөн хеҙмәттәрҙе яңы формат буйынса күрһәтеү тик Башҡортостанда ғына башҡарыла, киләсәктә ул илебеҙҙең башҡа төбәктәренә лә таратыласаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в