Йәмғиәт
6 Август 2022, 14:00

Ләйсән Үтәшева – Раевкала

“Нәнәй менән ҡартатайҙың өйө - иң яратҡан һәм күңелгә яҡын урын”.

Ләйсән Үтәшева – РаевкалаЛәйсән Үтәшева – Раевкала
Ләйсән Үтәшева – Раевкала

“Барыһын да яттан беләм. Тыуған Раевка – минең өсөн көс урыны булды һәм буласаҡ. Бында мин тыуғанмын һәм үҫкәнмен. Барыһы ла элекке кеүек, тик бына мин генә бәләкәй түгелмен һәм туғандарыма ғаиләм менән киләм...”, - ти Ләйсән Үтәшева социаль селтәрҙәге “Подслушано в Раевке” төркөмө ҡуйған видеояҙмала. “Нәнәйҙең бешергән ризыҡтары – донъяла иң тәмлеһе”, - тип хәбәр итә Ләйсән.

“Беҙҙең һылыуҡай һәр йәй Раевкаға килә”, “Ләйсәнде яратабыҙ” һәм башҡа комментарийҙар яҙылған сәхифәлә.

Ләйсән Үтәшева – билдәле спортсы, танылған тапшырыуҙар алып барыусы. Ире Comedy Club резиденты Павел Воля менән Роберт һәм София исемле балалар тәрбиәләй. Ләйсән һәр йәй тыуған яғы Раевкаға килергә, нәнәйе менән ҡартатаһы янында булырға ярата. 

Фото: peopletalk.ru

Видео: vk.com/raevka_davlekanovo

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас