Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
Кисә, 13:30

Президент гранты Фондының ярҙамы ҙур

 Реабилитациялауҙың техник саралар прокат пункты халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. 

Президент гранты Фондының ярҙамы ҙур
Президент гранты Фондының ярҙамы ҙур

Башҡортостанда Президент гранты Фонды ярҙамында реабилитациялауҙың техник саралар прокат пункты асылды. Уның Бәләбәй, Йәрмәкәй райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында эшләүе шуға асыҡ миҫал. “Добро без границ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма Бәләбәй ҡалаһында ла асылған.

Тотоноп йөрөй торған ултырғыс, ҡултыҡ таяғы, инвалид коляскаһы, тирене сейләндермәү өсөн ҡулайлаштырылған матрас һатып алынған. Әйткәндәй, улар инвалидтарға, хаҡлы ялдағыларға, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға бушлай бирелә. Яңғыҙ ғүмер иткән өлкән йәштәгеләрҙең өйөнә тиклем дә бушлай килтерелә.

Проект быйыл 1 мартта эшләй башланы һәм киләһе йылдың 28 февралендә тамамлана. Реабилитациялауҙың техник саралар прокат пункты халыҡта ҙур һорау менән файҙалана, уны ҡалала ла, ауылда ла берҙәй күпләп алалар.

Фото: “Добро без границ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге.

Президент гранты Фондының ярҙамы ҙур
Президент гранты Фондының ярҙамы ҙур
Президент гранты Фондының ярҙамы ҙур
Президент гранты Фондының ярҙамы ҙур
Президент гранты Фондының ярҙамы ҙур
Президент гранты Фондының ярҙамы ҙур
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в