Йәмғиәт
6 Август 2022, 14:30

Сәйәхәт кемгә оҡшамаһын!

Был ауыл баҡыр иретеү заводы менән танылған.

Сәйәхәт кемгә оҡшамаһын!Сәйәхәт кемгә оҡшамаһын!
Сәйәхәт кемгә оҡшамаһын!

“Башҡорт ғүмер оҙайлылығы. Туризм” – уңышлы проекттарҙың береһе. Ошо көндәрҙә “Башҡорт ғүмер оҙайлылығы. Туризм” проекты сиктәрендә хаҡлы ялдағылар Мәләүез районының Воскресенское ауылына сәфәр ҡылды. Был ауыл баҡыр иретеү заводы менән танылған.

Оло йәштәгеләрҙе урындағы халыҡ рус халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән ҡаршы алды. Сәйәхәт барышында өлкәндәр иң беренсе ауыл мәҙәниәт йортона килде. Шуныһы, мәҙәниәт йортондағы коллектив йыр һәм бейеүҙә алдынғылыҡты бирмәй. Воскресенское ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Наталья Смирнова ауыл тарихын һөйләне, тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойошторҙо.

Артабан ҡунаҡтар баҡыр иретеү заводын ҡараны. Әйткәндәй, ошо данлы завод тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп тапҡырҙар маҡтап әйткәне бар.

Өлкән йәштәгеләр “Сирень” кафеһында тамаҡ ялғағандан һуң, Ишембай районындағы Торатау тауына юлланды. Бер һүҙ менән әйткәндә, сәфәр барыһына ла оҡшаны.

Фото: Эльвира Подрядова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас