

Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән Зөлхизә Миңлеғәлиева “Башҡортостан” гәзитенең социаль төркөмөнөң уҡыусылары өсөн махсус рәүештә үҙенсәлекле яҙма һәм фотоһүрәттәр менән бүлеште.
Ғаилә ҡала үҙәгендә йәшәһә лә, уларҙың йорт ихатаһына терпе ҡунаҡҡа килергә ярата икән. Был хәл быйыл ғына ҡабатланмай.
- Күптән түгел тәҙрәнән урам яғына ҡарап торһам, геүләп торған машина юлы эргәһендәге тротуар буйлап ашыға-ашыға терпе йүгерә. Тротуарҙан ситкә сыҡмай тура ғына бара. Бер аҙҙан беҙҙең йорт эргәһендә ине инде. Бесәйгә тип һалған аш менән һыйланырға ярата ул. Кисләтеп килә лә, шулай тамағын туйҙырып ҡайтып китә, - тип һөйләне үҙенсәлекле ҡунаҡ тураһында Зөлхизә Миңлеғәлиева.
Иң ҡыҙығы - бесәй ҙә ризаһыҙлыҡ белдермәй, ҡунаҡтың һыйланғанын сабыр ғына күҙәтеп ултыра.
Фото һәм видеояҙма авторы Зөлхиҙә Минеғәлиева.